Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
14 Май 2025, 11:42

Ғүмерем эңеренә ауышҡанда хәтирәләр бирмәй тынғылыҡ…

     

Ғүмерем эңеренә ауышҡанда хәтирәләр бирмәй тынғылыҡ…
Ғүмерем эңеренә ауышҡанда хәтирәләр бирмәй тынғылыҡ…

 Документаль повесть

Ғүмерем эңеренә ауышҡанда хәтирәләр бирмәй тынғылыҡ…

Уйҙарҙың осо-ҡырыйы юҡ һымаҡ. Олоғайған һайын уйҙар ҙа ауырая, хәтирәләр ҙә йышыраҡ тынғы бирмәй башлай икән. Һуңғы арала бигерәк тә, оло ғаиләбеҙҙән бер үҙем тороп ҡалғас. Боронғолар белеп әйткән: «Әүәлгеләр болоҡһотор, булмышыңды айҡар ҙа, байҡар ҙа…» Берсә уйҙар тыуған төйәккә, атам йортона, бөтәбеҙҙең дә иҫән-һау сағыбыҙға, ғаиләбеҙ яҙмышындағы бәхетле лә, хәсрәтле лә мәлдәребеҙгә алып китә.

Йә Өфөнөң Октябрь проспекты буйлап «Үлемһеҙ полк» колоннаһында бөтә ғаиләбеҙ менән (ҡатыным Нәфисә Мәрүән ҡыҙы, Гөлназ ҡыҙым, Илйәс менән Юламан уландарым, Ирина менән Лилиә килендәрем, Рөстәм менән Әмин ейәндәрем) яу яланында баштарын һалған атайым Мәмбәтов Әхмәтхан Хужанияз улының, ҡайным Мәрүән Заһиҙулла улының атаһы Заһиров Заһиҙулла Заһир улының, киленем Лилиә ҡартатаһы — һуғыш ветераны мәрхүм Ҡорманов Миһран Алтынбай улының портреттарын күтәреп, кемебеҙ ғорурлыҡ тойғоһо кисереп, кемебеҙ һағыш-әрнеүҙәрен яңыртып үтеп барғаныбыҙ күҙ алдына баҫа.

Элегерәк Еңеү тантанаһын байрам иткән көндәрҙә Башҡортостан телевидениеһында халыҡ артисы Светлана Фәрит ҡыҙы Хәкимованың, радионан Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Әхтәм Әхәт улы Абушахмановтың атайыбыҙҙың фронт хаттарын беҙҙең күңелдәрҙе тетрәндереп, бар ғаләмгә ишеттергәндәре, йә республикала билдәле замандаштарым Мәрйәм Бураҡаева, Ирек Кинйәбулатов, Тимер Йосопов, Фәнзил Санъяров, Әхмәр Үтәбаев, Вячеслав Голов кеүек абруйлы шәхестәрҙең миңә арнап, ғаиләбеҙ, әсәйем, туғандарым хаҡында матбуғат биттәрендә баҫтырған шиғырҙары, мәҡәләләре тулҡын-тулҡын булып хәтергә килә, күңелде йылыта. Йәнә ҡасандыр әсәйем, туғандарым һөйләгән өҙөк-өҙөк ваҡиғаларҙан үҙемдең иҫ инмәгән сағымды тоҫмалларға тырышам: минең дә бала саҡ атайһыҙ үҫкән һуғыш балаларының яҙмышы менән бер бит. Ана, етемлек аҙаптары үҙәгенә үткән Тимер Йосоповтан ҡалған юлдар ҙа шул хаҡта: «Яу алдынан тыуған малайҙар, күргәнебеҙ яман төш кеүек».

Әсәйем вафатынан һуң болоҡһоп, ул эшләгән Туржы буйҙарында, Сыбағайын яғындағы туғайҙарҙа йөрөгәнемдә илай-илай, имгәкләп әсәһен эҙләгән сабыйҙың тауышы әле булһа ҡолағыма салынғандай тойолдо. Ул хәлде әсәйем һөйләгәйне бер саҡ. 1942 йылдың йәйе. Ир-ат һуғышҡа китеп бөткәс, ауылда ҡалған ҡарт-ҡоро, бисә-сәсәнең барыһын да туғайға бесән әҙерләргә ҡыуалар. Әле саҡ шыуыша башлаған сабыйын үҙе менән туғайға йөрөтөргә мәжбүр була әсәйем. Бер көн шулай йоҡлаған балаһын кәбән төбөндә ҡалдырып, үҙе күбә тарттырырға киткәс, сабый уянып, яр һалып илап, имгәкләп, шул тирәлә утлап йөрөгән тышаулы аттар араһына барып инә. Уның был «сәфәре» ниндәй фажиғә менән бөткән булыр ине икән, әгәр шунда һыбайлы килеп сыҡмаһа? Ул, баланы күтәргән килеш, күбә тарттырып йөрөгән ҡатындарға әллә ҡайҙан ҡысҡырып килә: «Кемегеҙҙең балаһы мынау? Ништәп ҡарамайһығыҙ? Аның менән бер-бер хәл булһа, башығыҙ китә бит!» Ҡото осоп, тубыҡ-ҡулдары ҡанап, илауҙан шешенеп бөткән бәпәйен күкрәгенә ҡыҫып, илай-илай ауылға ҡайтып китә әсәйем. Шунан бирле, мин имеүҙән туҡтап, ашай башлағанға тиклем, әсәйҙе ҡырға эшкә ҡыумай башлайҙар. Ауылда ла бит эш ҡулы етешмәй. Ошонда инде өй, кәртә-ҡура тирәһендәге бөтмәҫ көндәлек мәшәҡәттәр менән бергә, өс йәшлек Рәфҡәт ағайыма һәм миңә бәйле бөтә ыҙа-михнәттәр ун ике йәшлек Гөлнур апайыма, туғыҙ йәшлек Әсҡәт ағайыма төшә.

***

Һуңғы, егермеләп йылдар арауығында Гөлнур апайым менән йыш күрешеп аралашырға сәбәптәре сығып ҡына торҙо. Уның сәләмәтлегенә бәйле күп йөрөргә тура килде беҙгә Өфө — Аҡъяр — Өфө юлында. Мин — рулдә, апайым — эргәмдә. Ара яҡын түгел. Минең кеүек машина йөрөтөүсегә алты сәғәтлек юл. Теге ваҡытта алыҫ ара, йонсоу юлда апайым һөйләгәндәр бөгөнгөләй хәтерҙә. Әлбиттә, һүҙ күберәк ғаиләбеҙҙең һуғышҡа тиклемге атайлы сағы, етеш, матур осоро, шулай уҡ яу йылдарында күргән-кисергәндәре хаҡында барғайны. Минең бала сағыма бәйле хәтирәләрен дә яңыртты юлдашым.

Ул талғын ғына йылдар, ваҡиғалар йомғағын тағата, ә мин күҙҙе юлдан алмай, йөрәкһеп, ҡатмарлы уй-кисерештәр солғанышында барам.“Бала саҡтан һуғыш арҡаһында күрмәгәнде күрҙек инде барыбыҙ ҙа. Бигерәк тә ул саҡтағы әсәйемдең хәл генәһе аяныс булды. Хәҙер уйлап, күҙ алдына баҫтырырға ла ҡурҡам: таң һарыһынан тороп, шөбөрләтеп ҡоро сәйен эскән булыр ҙа, атайҙан ҡалған һырылған салбарын, күфәйкәһен кейеп, билен быуыр ҙа эшенә китер ине. Беҙ уның үгеҙ егелгән санаға ултырып киткәнен тәҙрәнән ҡарап ҡалабыҙ. Кисен арманһыҙ булып, арып, асығып, көйәләнеп ҡайтыр ҙа ҡоһорон беҙгә төшөрөр ине. Атамдың хаттары оҙаҡлаһа, бигерәк тә.

Ҡышын өй йылытыуы бер бәлә була торғайны. Әсҡәт менән икәүләп ҡул санаһына ҡамыш, йә сытыр-сотор йыйып тейәп, апҡайтып ут тоҡандырабыҙ.Көл аҫтындағы ҡуҙ һүнгән булһа, китәбеҙ күршеләргә ут алырға. Йәйен дә еңел булманы. Кипкән һыйыр тиҙәген йыйыуҙан баш сыҡмай торғайны. Шуның менән ҡаҙанда һыу ҡайнатабыҙ ҙа сәй эсәбеҙ. Әлдә туҡал һыйырыбыҙ булды, бахырҙың ағы ҡотҡарҙы инде аслыҡтан. Уныһын да самалап ҡына көнө буйына еткерергә кәрәк. Туҡалдың ҡатығынан башҡаһы беҙгә тәтемәһә лә, беҙҙе — дүрт баланы ас итмәне малҡай.

Бөгөнгөләй күҙ алдымда һинең эсең көптәй, аяҡтарың ептәй генә булып, тупһала: «Әмәй, тотоҡ эсәм», — тип бәүелеп илап ултырғандарың. Күрәһең, шул ҡатыҡты ла туйғансы эсерә алмағанмындыр инде», — тине лә апайым тәҙрәгә борҙо ҡарашын. Мин дә шул хәлде күҙ алдына баҫтырырға тырышып барам. Ҡапыл көн дә ҡабатланған ыҙаларҙың Әсҡәт ағайымдан ишеткәндәре хәтергә килә: «Әсәй эшкә китер алдынан таң һарыһынан беҙҙе уята ла апайым менән икебеҙгә йомоштарын ҡуша: «Ошо һыныҡты Миҙхәткә сәйнәп ҡаптырырһығыҙ, — тип бәләкәй генә икмәк киҫәген миңә тоттора. Ә мин, әсәй сығып киткәс, теге ҡыйырсыҡты ҡайҙа йәшерергә белмәйем.

Үҙемдең дә ашағым килә. Рәфҡәт ҡусты күреп ҡалһа, һорап та тормай, килеп йәбешәсәк. Көн дә ҡабатланды шулай һинең йәнде аҫрау. Йә йәшел көрөшкәгә ҡойоп, ҡатыҡ ҡалдырыр ине, уныһы төшкә лә етмәй». Әле шул ыҙаларҙың бер сәбәпсеһе — мин уйланып барам. Үҙҙәре иркә-наҙҙа ғына, уйнап-көлөп кенә йәшәр саҡтарында ҡәһәрле һуғыш арҡаһында сибек кенә иңдәренә төшкән ыҙа-михнәттәргә нисек сыҙағандарҙыр апайым менән ағайым — ҡәҙерлеләрем (йәндәре йәннәттәлер, мәрхүмдәрҙең).

2015 йылдың февралендә Гөлнур апайымдың 85 йәшен ололап, барлыҡ туғандар йыйылып, матур байрам ойошторғайныҡ. Шул йылды мин апайымды тағы Өфөгә Туҡай урамындағы ветерандар госпиталенә алып килдем. Мин дә хеҙмәт ветераны. Икебеҙ бер палатаға урынлаштыҡ, дауаланыу хәстәрҙәре хәҙер минең өҫтә. Дауаханала ваҡыт дауаланыу мәшәҡәттәре, табиптарға күренеү менән тиҙ үтә. Ә кистәрен тағы хәтирәләргә биреләбеҙ. Йә мин үҙемдең бәләкәй саҡта Сапуҡҡа ҡыяр урларға барып, нисек һыуға бата яҙғанымды, йә Аҡъярҙа күрше малайы менән мәрйәләрҙең һуғанын урлап, «ниңә был ашарға ярамаған һаҫыҡ нәмәне үҫтерәләр икән?» — тип аптырағаныбыҙҙы һөйләп көлдөрәм апайымды. Ул да дүрт малайының шуҡлыҡтарын һөйләй. Көлөшәбеҙ.

Бер кис иртәрәк ятҡайным журнал уҡып, күҙем эленеп ҡалған. «Миҙхәт, йоҡлайһыңмы?» — тигән тауышҡа һиҫкәнеп киттем: хас әсәм тауышы. Әсәм вафатынан һуң бер төшөмдә уның: «Миҙхәт ҡайт!» — тигән тауышына уянып киткәйнем. Бер хәҙистә лә: «Әсәйеңдән ҡала апайың әсәйең урынында», — тигән бит. Шуны иҫкә төшөрҙө апайым тауышы. «Һин тыуған көндө иҫләп, уйланып ятам әле», — тине ул көтмәгәндә. Мин хатта тороп ултырҙым, бығаса кемдеңдер үҙемдең донъяға килгән көнөм тураһында һөйләгәнен хәтерләмәйем. Ултырғыс шылдырып, апайым янына ултырҙым.

Яғымлылығын юғалтмаған, әммә һиҙелерлек һурыҡҡан йөҙөнә ҡарап, уның 74 йыл күңелендә йөрөткән ваҡиғаны тыңларға әҙер инем.“Өс айға яҡын һуғыш бара. Атайым фронтҡа алынмаған әле. Ул күрше Әҙелгә йөрөп эшләй. Донъяның рәте, йәме китте. Тыштан белгертмәһә лә, эстән көйгәне һиҙелә. Әсәм һиңә ауырлы, һуңғы көндәрен йөрөгәндер. Ул да өҙгөләнә, ҡайғыһы йөҙөнә сыҡҡан, ҡулына эш бармай. Беҙгә лә ҡыйын, өйҙә толҡа юҡ.

Бер төн таңға табан әсәй ауырып киткәс, атай йәһәт кенә кендек инәһен алып килде. Беҙ төпкө яҡта иҙәндә йоҡлайбыҙ. Әсәй алғы яҡта ыҙалана. Беҙҙең йоҡо ҡасты. Атай, һыу йылытып, ул-был кәрәк-ярағын әҙерләшеп йөрөнө лә, беҙҙең яҡҡа инеп, ишекте ябып ҡуйҙы. Былай ҙа ҡараңғы бүлмәне шомло тынлыҡ баҫты. Атайҙың үрле-ҡырлы йөрөгәне, тәрән һулап ҡуйғаны ишетелә. Ниҙәр генә уйлағандыр инде ул шул минуттарҙа? Әсәйҙең имен-һау бушаныуын һорағандыр, бәлки, Хоҙайҙан.

Бәлки, үҙе һуғышҡа киткәс, хәләленең нисек кенә донъя көтөүҙәрен уйлап та йөрәкһенгәндер… Бер мәл кендек инәһенең: «Әхмәтхан, һөйөнсө, улың тыуҙы!» — тигән ҡыуаныслы тауышы менән бергә яңы тыуған сабыйҙың яр һалып илаған тауышы яңғыраны… Атайым: «Һөйөнсөһөнә күлдәк һиңә, инәй!» — тине лә, өҫтөнән ауыр йөк төшкәндәй, еңел һулап, мөйөштәге ағас диванға барып ултырҙы. «Ҡыҙ булһа, һиңә иптәш булыр, тигәйнем, балам… Ярай, анау уландарым менән бер-берегеҙгә терәк-таяныс булып, дер һелкетеп, татыу донъя көтөрһөгөҙ, Алла бирһә», — тип фатихаһын бирҙе атай. Васыяты ла шул булыр тип, кем уйлаған… Ике айҙан атайға ла повестка килде. Уны оҙатырға әсәй ҙә китте Аҡъярға һине алып. Өйҙә беҙ — Әсҡәт, Рәфҡәт, мин — өсөбөҙ генә тороп ҡалдыҡ донъя көтөп. Шулай бер көн, ҡараңғы төшкәс, кемдер әкрен генә тәҙрә шаҡый. «Ҡыҙым, был мин», — тигән яғымлы таныш тауышҡа һикерешеп торҙоҡ та йәһәт кенә ишек келәһен ысҡындырҙыҡ. Ишектән килеп ингән атамды тоноҡ шәм яҡтыһында танырлыҡ та түгел: өҫтөндә ап-аҡ тун, аяғында быйма, башындағы кәпәсе генә үҙенеке. Беҙҙең ҡыуаныстан ҡотһоҙ өйөбөҙ яҡтырып, йәмләнеп киткәндәй булды. Тик ҡыуанысҡынабыҙ ҡыҫҡа булды. Атам өҫтөн дә һалып тормай: «Мин Уфаға аттар апарам да оҙаҡламай әйләнеп ҡайтам. Һеҙ бында матур ғына донъя көтөгөҙ, әсәйегеҙҙе тыңлашығыҙ, уға ярҙам итегеҙ, йәме», — тине лә кеҫәһенән кәнфит-перәнниктәр сығарып тотторҙо, арҡабыҙҙан һөйөп. Бәләкәс Рәфҡәтте ҡосағына алып иркәләне лә: «Инде йоҡла, бәпәйем!» тип урынына ятҡырып, юрғанын япты. Беҙҙе ҡосаҡлап, баштарыбыҙҙан һыйпап тағы бер һөйҙө лә, күҙ йәшен күрһәтмәҫкә тырышып, ишеккә йүнәлде. Беҙ Әсҡәт менән илаша-илаша атайымды ишеккә тиклем оҙаттыҡ. Ул: «Балам, ишегегеҙҙе бикләргә онотмағыҙ», — тине лә төн ҡосағына атланы. Шул кис беҙ — балалары, ғәзизебеҙҙе һуңғы юлға оҙатҡаныбыҙҙы, мәңгегә юғалтҡаныбыҙҙы аңламағанбыҙ, әлбиттә. Уның да беҙҙең менән, йорто менән һуңғы тапҡыр хушлашҡанын белмәй китеүе. Һиңә ике ай ҙа тулмағандыр әле әсәм һинең менән атамды оҙатырға киткәнендә». Аҡъярҙағы хәлдәрҙе Маһикамал еңгәмдең һөйләгәненән: «1941-ҙең ноябре ине, көнө иҫтә ҡалмаған. Әхмәтхан еҙнәйҙе оҙатырға военкоматҡа бөтәбеҙ ҙә барҙыҡ. Ундағы мәхшәрҙе һөйләп килештерерлек түгел: бисә-сәсәләрҙең, бала-сағаларҙың илашҡандарына, хәрбиҙәрҙең ҡырыҫ командаларына «иҫән-имен йөрөп, фашист мәлғүнде тиҙерәк дөмөктөрөп, еңеү менән ҡайтығыҙ!» тигән тауыштар ҡушыла, ҡарт-ҡороноң өгөт-нәсихәттәре, доғалары ла ишетелеп ҡала.

Бер мәл һыбайлылар колоннаһына ҡуҙғалырға көслө команда яңғырай, хәсрәт ауаздары тағы көсәйә, уны хатта тынлы оркестр тауышы ла баҫа алмай. Халыҡ тулҡыны һыбайлылар ыңғайына ҡуҙғала, ағам менән апайым да китеп барғанын байҡамай ҡалғанбыҙ. Әлдә военкоматҡа барғас та ул сабыйын миңә тотторғайны. Бындай мәхшәрҙә һәр кемдең үҙ ҡайғыһы… Апайымдың «Әхмәтхан!» тип йән әрнеүе менән ҡысҡырып барып йығылғанын күргәндәр. Аңын юғалта яҙған ҡыҙын ҡайным санаға һалып алып ҡайтҡайны шунда. Ҡәйнәм өшкөрөп, тоҙ ялатып, һыу йоттороп саҡ тынысландырып алғайныҡ уны шул көндө», — тип осланы хәтирәләрен еңгәм.

Тағы апайым һөйләгәненән: «Атайҙы оҙатҡандың иртәгәһенә үк шикелле ҡартатам әсәмде алып килде, ҡартәсәй ҙә килгәйне бергә. Әсәйҙе танырлыҡ түгел: йөҙө ҡарайып, үҙе бәләкәсәйеп киткәндәй. Өҫтәүенә, һин туҡтауһыҙ илайһың: әллә асһың, әллә ауырыйһың… Шулай ҙа өйгә йәм ингәндәй булды. Усаҡҡа ут тоҡандырып, үҙҙәре әпкилгән итте ҡаҙанға һалып, ҡайнатҡас, өйгә тәмле еҫ таралды.

Атамды оҙатҡас, күпме ваҡыт үткәндер, ике-өс көнмө, аҙнамы — беҙ уның хаттарын көтә башланыҡ. Көн дә тейерлек Әсҡәт менән эйәртешеп почта йөрөткән Әбделхалиҡ олатайҙың өйөнә барып, уның Аҡъярҙан ҡайтҡанын көтөп ултырабыҙ. Етеш йәшәгәндәрҙер: әбейе беҙгә бер сеүәтә ҡатыҡ ҡойоп бирә, йә икмәк тоттора торғайны. Нисә көн шулай йөрөгәнбеҙҙер, иҫләмәйем. Атайҙың тәүге хаты менән ҡайтҡаныбыҙ хәтерҙә. Әсҡәт менән кем уҙарҙан ярышып ҡайтып, ишектән инер-инмәҫтән: «Әсәй, атайҙан хат!» — тип һөйөнсөләгәндә, әсәм һине имеҙә ине шикелле. Ул йәһәт кенә һине сәңгелдәккә һалды ла минең ҡулдағы хатты ипле генә алып күкрәгенә ҡыҫты. Байтаҡ ултырҙы ул шул хәлдә. Ниндәй генә уйҙар үткәндер башынан. Беҙ ҙә әсәйебеҙгә һыйындыҡ. Күпме ултырғанбыҙҙыр ҡыуанысыбыҙҙан, тулҡынланыуҙан арына алмай. Беҙҙең өйҙә мин генә таныйым латин яҙыуын. Әсҡәт әле яңы өйрәнә генә. Әсәм: «Мә, ҡыҙым уҡый һал! — тип хатты миңә тотторғас, атам ҡулы менән яҙылған юлдарға ҡарап, юғалып ҡалдым — уҡый алмайым да».

Ошо урында апайым 1938 йылдағы ваҡиғаны иҫләп алды: «1937 йылда атамды Бикбауҙа рәйеслектән, нахаҡ ғәйептәр тағып, бушатҡас, Мәмбәттәге өйөбөҙгә йоҙаҡ элдек тә, барлы-юҡлы кәрәк-яраҡты тейәп, «Таналыҡ» совхозына сығып киттек. Атам унда төрлө эштә йөрөнө. Сараға иген дә ташыны, мискәләр тейәп кәрәсин дә килтерҙе, ҡыр эштәрендә ҡатнашты, ҡайҙа ҡушһалар шунда тырышып эшләне.Подольскийҙа рус мәктәбе. Мин ул йылды икенсе класҡа төшөргә тейеш инем. Мәктәптә мине, урыҫса белмәй тип, кире беренсегә ултыртмаҡсылар. Атам «бер йылыңды әрәм итмәйек» тип, мине Аҡъярға апарып, икенсе класҡа бирҙе. Шуныһы килеште — бында ла латин яҙыуында уҡыным», –тине лә хатҡа бәйле алдағы хәтирәләрен дауам итте: «Тырыша торғас, хаттың тәүге юлдарын таный башланым. Таныным да ижекләп тигәндәй ҡысҡырып уҡый башланым: «Һаумыһың, иптәшем Вазифа, күҙем ҡаралары — балаларым Гөлнур ҡыҙыма, Әсҡәт, Рәфҡәт, Миҙхәт уландарыма Урал тауҙарындай сәләмдәремде ебәрәм…». Атайҙың икенсе хаты килгәнгә тиклем тәүгеһен әллә нисә ҡат уҡығанбыҙҙыр. Мин атайҙың яҙыуына ла өйрәндем инде. Хатта ул хатты ятлап та бөттөм. Аҙаҡ уны өйҙән-өйгә йөрөтөп уҡынылар ҙа ҡабат беҙгә ҡайтарманылар. Эҙләп-эҙләп тә осона сыға алманыҡ — юғалттыҡ тәүге аманатын атайҙың.

Көн артынан аҙна, айҙар уҙҙы. 1942 йылдың апреленә тиклем атайыбыҙҙан хат-хәбәрҙәр йыш ҡына килә торҙо. Хаттарҙы хәҙер еңел уҡыйым, тик бына яуап яҙыуҙары минең өсөн бер михнәткә әүерелде. Мин бит әсәм әйтеп торғандарҙы ғына яҙа торғайным, етмәһә, ҡыйынлыҡ менән әкрен яҙам. Ә ул өҫтө-өҫтөнә әйтеп ҡабаландырғас, өлгөрә алмай ыҙалайым, үҙем илайым. Хәҙер уйлайым: әсәй күңелендәге бар хис-тойғоларын, уйлағандарын ҡыҙынан хәләленә яҙҙыра алмаған бит инде. Шуғамылыр, ул көйәләнеп тә китә, әрләшә. Яҙғанымды ҡат-ҡат уҡыта, яңынан күсертә. Шыбыр тиргә төшәм. Һуңғы хатыбыҙға тиклем ҡабатланды шул ыҙалар. 1942 йылдың декабрь башына хәтле.

Декабрь урталарында беҙ өҙөлөп көткән өмөт — хат урынына ҡара мисәтле, «хәбәрһеҙ юғалды», тигән ҡара ҡайғы килде өйөбөҙгә. Шунан алдағы хаттарында, ҡотолғоһоҙ фажиғәне һиҙемләгәндәй, йән әрнеткес юлдар ҡайтты яу яланынан:

Уҙған ҡалаларымдың.

Иптәшкәйем, ғүмерен телә

Ҡалған балаларымдың.

Күгәрсенде шунан беләм

Аҡ йөнө бар түшендә.

Миңә ниҙәр булыр икән

Һыуҙа йөҙҙөм төшөмдә.

Ултырҙым да кәмә төбөнә,

Ҡараным да һыуҙың төбөнә.

Һыу төпкәйҙәрендә һис ҡара юҡ,

Тәҡдир яҙған хәлгә сара юҡ.

Быға тиклем ут эсендә йөрөгән атаһын хаттары менән ҡыуандырған, рухландырған 12 йәшлек ҡыҙыҡайҙың йөрәк әрнеүҙәре бәйет юлдарына әүерелә:

Һөйөклө илем еренә

Дошман аяғын баҫҡан.

Атайымдың ҡағыҙына

Ҡара мисәт баҫылған.

Дим йылғаһы буйҙарында

Атай атын уйнатты.

Ҡәһәр герман һуғышында

Ғәзиз башын юғалтты.

Йәмле Мәмбәт туғайында

Беҙҙең малдың төйәге.

Әллә ҡайҙа — ят ерҙәрҙә

Ятып ҡалды һөйәге.

Ҡошҡа ауыр булыр инде

Ҡыш айҙары еткәндә.

Әсәйгә ауыр булыр инде

Дүрт баланы көткәндә.

Бәйет атайым хаттары араһында һаҡланған.

Ошо урында бынан илле дүрт йыл элек булған ваҡиға хәтергә килә. 1965 йылдың июнендә минең университет дипломы алып ҡыуанып, артабан яҙмышым хаҡында кәңәш-төңәш итергә тип ауылға ҡайтҡан сағым.Өйҙә әсәйем менән икебеҙ генә, кәңәшләшергә, үҙемдең күңелдәгеләр менән уртаҡлашырға уңай мәл. «Миңә артабан уҡырға кәрәк ине, әсәй, өйҙә оҙаҡ тора алмам», — тип һүҙ башлағайным, ул, бер аҙ уйға ҡалып ултырҙы ла, «Һин тыуғас, атаң: „Өс улым — өс тағаным, бер-береһенә терәк-таяныс булып, донъя көтөрҙәр әле“, — тип, атҡа менгәндәй, ҡыуанған булғайны, бахыр. Һеҙҙең ир еткәнегеҙҙе күрә алманы бит, ҡалай ғорурланып йөрөгән булыр ине хәҙер. Ана ут йоттороп, ҡара ҡайғыларға һалып, ятып ҡалды әллә ҡайҙарҙа… Хаттары ғына ҡайтты…» Күҙҙәрендә мөлдөрәмә йәш ине ҡәҙерлемдең. Минең дә күңел тулышты. Бер аҙ тын ғына ултырғас, былай тине: «Ун дүрт йәшеңдә Аҡъярға киткәндән һуң ун йылға яҡын ситтә йөрөнөң, инде етмәҫме, балам? Ошо тирәлә төпләнерһең тигәйнем…» (Шунда мин Хәйбуллала ҡалырға ҡарар иттем. Әммә өс айҙан мине — мәктәп директорын — хәрби хеҙмәткә алдылар).

Тыныс ҡына һөйләшеп ултыра торғас: «Балам, һин ҙур уҡыуҙа уҡығанһың, атайыңдын элеккесә яҙылған хаттарын уҡый алмаҫһыңмы икән? Теге саҡта апайың ғына уҡый торғайны, атаңа хаттарҙы ла ул ғына яҙҙы. Хәҙер иҫке яҙыуҙы таныған кеше ҡалманы… — тине ул ауыр һулап. «Әсәй, мин ғәрәп яҙыуын да, латинды ла таныйым ул», — тигәс, әсәм йәштәрсә йәһәт кенә мейес башындағы төргәкте ынтылып алды ла һаҡ ҡына тағатып алдыбыҙға һалды. «Мин ошоларҙы аулаҡта ҡулыма алһам, атайыңдың ҡул йылыһын тойғандай булам, сеңләп тә алам…».Алдымда сирек быуат элек меңәр саҡрымдар аша яу ҡырынан ҡайтҡан яугир хаттары. Әсәм күҙ ҡараһындай һаҡлаған аманат — атам хаттары. Күбеһе һарғайып бөткән, ҡәләм менән яҙылған өсмөйөштәр, араһында конверттары ҡабалан ғына ҡулдан эшләнеп, икмәк сәйнәп йәбештерелгән дүрткелдәре лә бар. Ҡәҙерле ҡомартҡыларҙы минең тәүге күреүем, беренсе тапҡыр ҡулыма алыуым. Ошо мәлдә кисергәндәрем хәҙер төш кеүек. Шулай ҡатмарлы уй-кисерешемдән арына алмай ултырғанымда, әсәм хаттарҙың һәр береһен ҡулына алып, һыйпап, бөгәрләнгән мөйөштәрен һаҡ ҡына төҙәйткеләне лә: «Балам, атайындың рухы, васыяты был аманаттар. Һин үҫкәс, атаһын күрмәгән кинйәһенә тапшырырмын, тигән уй-ниәтем бар ине. Был изге мираҫтың урыны хәҙер мейес башында түгел. Оҙаҡ һаҡланым мин уларҙы, йәнемдәй күреп. Бөгөн, доға ҡылып, һиңә тапшырам, балам». Ошо минуттың ни тиклем ҡәҙерле, минең иңемә ниндәй яуаплылыҡ һәм бурыс һалған мәл булғанын тиҫтәләгән йылдар уҙғас ҡына мин аңлармын. Ни тиклем зирәк, төптән уйлаған ниәт-ғәмәле булған әсәйебеҙҙең.

Әсәйебеҙ Вазифа Әһлиулла ҡыҙының теге ваҡытта атайыбыҙ аманаттарын миңә — дүрт балаһының кесеһенә — тапшырғандағы аҡылына әле лә аптырайым, әле лә рәхмәтлемен. Шул көндө ул атайым хаттары менән бергә уның күп кенә фотоларын, паспортын һәм архив ҡағыҙҙарын да биргәйне. Ҡомартҡыларҙың, бигерәк тә хаттарҙың бөгөнгө яҙмышы хаҡында. Бына илле дүрт йыл инде изге мираҫ беҙҙең ғаиләбеҙҙә ҡәҙерләп һаҡлана. Йыл һайын туғандар менән аят-хәтер табындарына йыйылғаныбыҙҙа балалар, ейәндәр яугир ҡартатайҙарының фронт хаттарын, фотоларын ҡулдан-ҡулға йөрөткәндә өй эсен тәрән тынлыҡ баҫа. Балаларҙың етдиләнгән, уйсан йөҙҙәренә ҡарап, үҙем дә йөрәкһеп ултырам. Ошо күренеште портретынан атайым да, уның йәнәшендәге һүрәттәренән әсәйем менән апай-ағайҙарым да күҙәткәндәй, уларҙың рухтары ҡәнәғәт булып хуплағандай тойола.Хаттарҙың байтаҡ күсермәләре Ростов өлкәһе Солонецкий ауылы, Дим биҫтәһендәге 112-се Башҡорт атлы дивизияһы музейҙарында, ике хат Хәйбулла районы музейында һаҡлана. Башҡортостан дәүләт радиоһы, телевидениеһы архивтарында ла Светлана Хәкимованың, Әхтәм Абушахмановтың атайыбыҙ хаттарын яңғыратҡан тауыш-яҙмалары һаман да һаҡланалыр тигән өмөттәмен. Шулай ҙа иң ҡыуаныслыһы — билдәле тарихсы Фәрит Назар улы Вахитовтың ныҡышмалы әрһеҙлеге, ҡаһарман тырышлығы арҡаһында яугир атайыбыҙ Әхмәтхан Хужанияз улының алты хаты Еңеүҙең 55 йыллығы алдынан 2000 йылда баҫылып сыҡҡан «Аҡ аманат — һалдат хаттары» йыйынтығында донъя күргәйнe. Әсәйемдең китап-бүләкте күкрәгенә ҡуйып илағаны күҙ алдынан китмәй һаман.

Тағы хәтирәне дауам итәйек. Һеңгәҙәгән кешеләй ултыра биргәс, иң өҫтә ятҡан өсмөйөштө һаҡ ҡына асып, тәүге юлдарына күҙ һалам. «Һаумыһың, иптәшем Вазифа, ҡыҙым Гөлнур, донъям сәскәләре — улым Әсхәт, Рәфҡәт, Миҙхәт — барығыҙға ла Урал тауҙарындай сәләм әйтеп, һеҙҙең рәхәт, матур тороуығыҙҙы теләп ҡалам…» Ҡабат-ҡабат күҙҙән үткәрәм ошо юлдарҙы. «Ишеттереп уҡыһаңсы миңә лә», — ти әсәм сабырлығын юйып. Әкрен генә һәр һүҙенә баҫым яһап, яңынан уҡыйым хаттың тәүге юлдарын. Ә үҙем әсәйҙең хәлен күҙәтәм. Ни тиһәң дә егерме дүрт йылдан һуң тәүгә ишетеүе ғәзизенең хисле сәләмдәрен, хәстәрле теләктәрен. Кем белә, бәлки, минең тауышым да атайҙыҡына оҡшап китәлер ошо мәлдә. Туғандарға, күрше-күләнгә сәләмдәре менән бергә эргәһендәге ауылдаштарының ғаиләләренә сәләм еткереүҙе үтенә: «Ғәлимырҙа менән Сәмиғулла ла сәләм әйтәләр, өйҙәренә барып әйтерһең. Улар ҙа шәптәр, беҙ гөрләтеп дошманды тар-мар итеп, бер ҡара урманда ағас төбөндә ултырып, ҡыуанып хат яҙабыҙ. Мин һеҙҙән дә, ҡайнымдарҙан да хат алғаным юҡ, һинең 13 майҙа яҙған хатыңдан башҡа. Ярай, иҫәнлектә күрешергә булһын, шул теләктә тороғоҙ. Вазифа, ҙур үтенес шул һиңә: утын, бесән йүнәт, көҙ иген баҫҡан ваҡытта ашлыҡ та йүннәп ҡал. Балаларҙы яҡшы тәрбиә ит, өҫ-баштары туҙып китмәһен. Ҡайнымдарға хат яҙҙым. Ағайымдың хәлен белдерегеҙ, әҙрисен һалығыҙ. Вазифа, ҡулыңды ҡыҫып иптәшең Әхмәтхан. 8/VIII. 42».

Хат тамам. Әсәйҙең ул саҡтағы ниҙәр кисергәнен хәҙер ярты быуаттан ашыу ваҡыттан һуң күҙ алдына баҫтырыуы ла, аңлатыуы ла ҡыйын. Теге саҡта ун ике йәшлек Гөлнуры уҡыған хатҡа оҡшамағандыр әле ишеткәне. Был юлы тиҫтәләгән йылдар аша хәләленең ҡәҙерле тауышы ишетелгәндәй тойолғандыр, бәлки. Ғүмере буйы ҡайтырына өмөтөн тамсы ла өҙмәгән әсәйемдең хәлгенәһен уйлағанда Абдулхаҡ Игебаевтың һағыш тулы йыр юлдары хәтергә килә:

Ялҡын ҡатыш алам һулышымды,

Йөрәккәйем әллә ут микән?

Көтә-көтә көтөк булдым инде,

Һин ҡайтырһың микән, юҡ микән?

Үҙ-үҙемде онотоп йүгереп сығам

Киткән юлдарыңа кис, иртән.

Төндө ҡыуып килгән таң щикелле,

Һин ҡайтырһың микән, юҡ микән?

Ошо урында бынан туғыҙ йыл элек — 2012 йылдың сентябрендә булған

ваҡиғаны яңынан күңелдән кисерәм. «Яңынан» тигәнемдең сәбәбе шунда: «Башҡортостан» гәзитенең 2015 йылдың 17 апрель һанында (№ 72-73 (26925) «Беҙҙең атай хәбәрһеҙ юғалмаған!» тигән баш аҫтында шул ваҡиғаға арналған мәҡәләм донъя күргәйне. Шул баҫманан өҙөктәр килтерәм.

«Тантаналары менән уңалмаған яраларҙы ҡуҙғатып, һағыштарҙы яңыртып Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы ла яҡынлаша. Ошо ваҡытта йыл да ҡабатланған уйланыуҙарым әсәм вафатынан һуң тағы ла әрнеүлерәк ҡәнәғәтһеҙлеккә әүерелә. Йәнемә тынғы бирмәгән ҡәнәғәтһеҙлек — ул, нигеҙҙә, үҙемә дәғүә. Ваҡытында, әле атайҙы белгәндәр иҫән саҡта, ҡайһы берәүҙәре менән хатта аралашырға тура килгәндә, уларҙың беҙҙең атай менән бер полкта, дивизия формалашҡандан алып, вафатына тиклем бергә булғандарын белмәй йөрөлгән». Бында мин 1967 –1970  йылдарҙа комсомолдың өлкә комитетында эшләгән сағымда атайым хeҙмәт иткән полк командиры, ул ваҡытта Башҡортостандың хәрби комиссары Советтар Союзы Геройы генерал-майор Таһир Тайып улы Кусимовты өс быуын вәкилдәренең Республика слётына саҡырырға барғанымды күҙ уңында тотам. Миндә слёт алдынан Ленин һәйкәленә сәскә һалғандан һуң төшкән иҫтәлекле фото ла һаҡлана. Унда Т.Т. Кусимовтың мөһабәт һыны уртала.

«…Әгәр белгән булһам, Оборона Министрлығы архивына файҙаһыҙ хаттар яҙып, уның фронт хаттарынан ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт табырға тырышып, матбуғатта баҫылған хәтирәләрҙән исемен, фотоларҙан йөҙөн эҙләп ыҙаланмаҫ инем…». Хатта Өфөлә уҡыған йылдарымда (1960 — 1965) урамда берәй берәҙәкте осратһам, әллә атайым да контузиянын һуң хәтерен юғалтып ҡайҙалыр ошолай аңҡы-тиңке булып йөрөмәй микән, тигән уйҙар ҙа килгеләй торғайны башҡа.

Беҙҙең ғаиләлә атайыбыҙҙың ҡайҙа, нисек, ниндәй шарттарҙа һәләк булғаны хаҡында һүҙ ҡуҙғатыусы булманы, билдәһеҙлек эсендә сабыр ғына йәшәй бирҙек. Шуларҙы уйлағанда, ирекһеҙҙән Тимер Йосоповтың мөлдөрәмә һағыш тулы хистәренән беҙҙең дә күңел ҡылдары зыңлап киткәндәй була.

Ағайҙарым минең ҡайҙа киткән?

Йылғам ярҙарында эҙҙәре юҡ.

Ир тигәндән яҡты эҙҙәр ҡала,

Ярҙар ҡала, бары үҙҙәре юҡ.

(Т. Йосопов. Һайланма әҫәрҙәр, I том, 166-сы бит.)

Йәнемде өйкәгәне, тынғы бирмәгәне — атайыбыҙҙың вафатынан һуңғы яҙмышы — хәбәрһеҙ юғалыуына бәйле билдәһеҙлек. Шуны асыҡлау миңә — атаһын бер генә лә күрмәгән кинйәһенең иңенә төштө. Артабан һүҙем атайҙың фронт яҙмышына асыҡлыҡ индергән ваҡиға хаҡында. Гәзиттәге мәҡәләгә тағы күҙ һалайыҡ. «Еңеүҙең 65 йыллығынан һуң Дим биҫтәһендәге 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы музейында үҙенсәлекле осрашыу булды. Музей асылыуға биш йыл ваҡыт уҙған, шул уңайҙан дивизия һуғышсыларының бер төркөм балаларын саҡырғандар. Миңә лә шул бәхет тейҙе. Уға тиклем музейҙа 11 апрелдә булғайным. 1942 йылдың шул көнөндә атайым тәүге эшелон менән һуғышҡа оҙатылған булған… Музей хеҙмәткәрҙәре бик ихлас ҡаршы алды, атайым тураһында мин белгәндәрҙе һорашып яҙып алдылар, хәбәрләшеп торорға һүҙ ҡуйышып хушлашҡайныҡ. Музейҙағы икенсе осрашыу айырыуса тулҡынландырғыс булды… Осрашыуҙы алып барыусының миңә һүҙ бирер алдынан әйткәндәренән өҙөк килтерәм: «5 декабря 1942 года группа воинов 275-го кавалерийского полка вступили в жесточайшую схватку с отборными частями СС в районе населённого пункта Нижнее Деево под Сталинградом. Бойцы не отступали. Многие остались на поле сражения. Героически погиб и военный техник Ахметхан Мамбетов. Об этом свидетельствуют записи в дневниках комиссара С. Алибаева, которые стали книгой в 1971 году. Слово предоставляется сыну отважного артиллериста Мамбетову Мидхату Ахметхановичу». Был минуттарҙа нимә кисергәнемде аңлауы ҡыйын түгелдер. Мин ишеткәндәр, сығыштағы мәғлүмәттәр көтөлмәгән асыш ине… Осрашыуҙың тиҙерәк тамамланыуын көтәм, сөнки С. Әлибаевтың «Көндәлектәр»е н табырға, үҙемә уҡып сығырға, ундағы атайым тураһындағы мәғлүмәттәрҙе күсереп алырға ине. Китапты тапҡас, тулҡынланып ҡулыма алдым һәм һәр битен һаҡ ҡына асып, һәр юлын, һәр һүҙен ижекләп тигәндәй уҡып, үҙемә һеңдерәм.

Әлбиттә, атайымды, ҡәҙерле исемде эҙләйем… кисерештәр, уйҙар үтә лә ҡатмарлы. Көндәлектәрҙә беҙҙең атай, Әхмәт Мәмбәтов, тип йыш телгә алына. Ни өсөн исеме тулы килеш «Әхмәтхан» тип бирелмәгәнлегенә аңлатманы мин атайҙың хаттарынан таптым. Ашығып яҙған ҡайһы бер сәләмдәрендә ул исемен «Әхмәт» тип ҡыҫҡартып бирә. Йә конвертының тышына «Ахмет Мамбетов» тип яҙа. Мин үҙемсә былайыраҡ аңлайым: «Ҡыҙыл Армия һуғышсыһының, бигерәк тә политрук ярҙамсыһының „хан“ лы исеменә һүҙ тейҙереүҙәре лә ихтимал бит. Йәнәһе коммунист кешегә төҫ түгел ундай исем. Ни эшләйһең, заманы шундай». «Комиссар яҙмалары»ндағы атайыма ҡағылышлы мәғлүмәттәр минең ошо мәҡәләмдең дауамында тулыһынса файҙаланғанға күрә, «Башҡортостан»дағы баҫманың аҙаҡҡы (һуңғы) өлөшөнә иғтибар йүнәлтәм. Ул С. Әлибаев китабынан өҙөк: «6 декабрь. Обливское станцияһы һаман дошман ҡулында. Румындарҙы алмаштырып, немецтар бик күп көс туплаған. Сәбәбе билдәле, станцияны алһаҡ, немец өсөн Сталинград — Лихая — Ростов араһында юл өҙөлә. Паулюс ғәскәренә боеприпас та, аҙыҡ та, кейем дә, өҫтәмә көс тә килә алмай. Беҙҙең корпусҡа оборонаға күсергә тура килде. 112-се дивизия Попов, Үрге һәм Түбәнге Деево ауылдары тирәһен биләй. Дошман 1-1,5 километрҙа нығынған, ер аҫты юлдары, сәнскеле тимер сыбыҡ кәртәләре, дзоттар, доттар ҡороп бөткән, яландарҙы миналаған. Ул ғына ла түгел, кисә гитлерсыларҙың өс йөҙ кешенән торған һайланма СС төркөмө беҙҙең полк оборона ойошторған Түбәнге Деевоға ҡаты налёт яһаған. Тиҫтәләгән пушка, миномёттар беҙҙең окоптарҙы, хатта штабты ла аяуһыҙ ут аҫтына ала. Шулай ҙа беҙҙекеләр урынынан ҡуҙғалмай. Беҙҙән 28 кеше ҡаты яралана, байтағы һәләк була. Телефондан Шайморатовҡа шылтыратып хәлде әйтәләр. Ярҙамға 3-сө полк килә. Немецтарҙың һөжүме кире ҡағыла, улар яланда утыҙға яҡын мәйет ҡалдырып, кире сигенә. Был көндө полкка командалыҡ итеүсе подполковник Евграфов, полк агитаторы З. Латипов, артбатарея политругы И. Сәғитов һәм башҡа байтаҡ ҡына кеше яралана. Штаб начальнигы Гинзбург, элемтәсе М. Ильясов, Зиннәтуллин, хәрби техник Ә. Мәмбәтов, үзбәк егете Ғ. Әлиев, артиллерист Борисов һәм башҡалар был аяуһыҙ һуғышта батырҙарса һәләк була». Шулай итеп, атайыбыҙҙың һуғыштағы һуңғы көнө, ҡайҙа һәм нисек һәләк булғаны хаҡындағы хәбәр үтә аяныслы ла, тетрәндергес тә.

Ошоғаса хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә йөрөгән атайыбыҙҙың батырҙарса һәләк булғанлығын 68 йылдан һуң ғына белә алдыҡ. Иң үкенеслеһе, әсәйебеҙ генә был хаҡта белмәй китте яҡты донъянан (ауыр тупрағы еңел булһын!) Кем белә, бәлки белмәгәне хәйерлерәктер, сөнки өмөтө менән китте.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡот осҡос алыш-ҡырылыштан һуң иҫәп-хисапта ебәрелгән яңылышлыҡтарҙың эҙемтәһен бөгөн дә татыйбыҙ. Был хаҡта һүҙ артабан булыр. Ә инде бөгөн ебәрелгән хаталарҙы нисек аңларға, нисек аҡларға? Һүҙ һуғышта һәләк булғандар, хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә ебәрелгән ғәфү итмәҫлек хаталар хаҡында бара. Мәҫәлән, «Память» («Хәтер») китабының Хәйбулла районына арналған томында атайыбыҙҙың тыуған көнө лә, ҡасан хәбәрһеҙ юғалғаны ла төптө яңылыш бирелгән. Унда атабыҙ Мәмбәтов Әхмәтхан Хужанияз улының тыуған йылы 1906 урынына 1901, хәбәрһеҙ юғалғаны 1942 йылдың марты тип яҙылған. Төҙөүселәр атайымдың бер туған ағаһы Мәмбәтов Әхмәткамал Хужанияз улының даталары менән бутағандар. Былары һүҙ ыңғайында ғына ҡағыҙға төшөрөлгән фекерҙәр. Бөгөн теге ваҡытта атайымдың беренсе тапҡыр ҡулыма алған хат- аманатын тағы (нисәне ҡат икән?!) уҡып сыҡтым да атайым хеҙмәт иткән полктың комиссары С. Р. Әлибаевтың «Көндәлек биттәренән» (Комиссар яҙмалары) китабынан 1942 йылдың 3 авгусындағы (хат яҙылған ваҡыттан ни бары биш көн элек) булған ваҡиғаларҙы уҡыйым.

3 август. Төн үтәрәк, таңға табан бигерәк тә ҡоторона башланы дошман……Бөгөн беҙҙә партия йыйылышы… Дошман миналары төшөп тороуға ҡарамаҫтан, партия йыйылышы билдәләнгән ваҡытта, матур бер болонлоҡта башланды… Йыйылыш, ғөмүмән, юғары кимәлдә үтте. Ораторҙар бөтәһе лә, оборона халыҡ комиссарының 227-се приказында ҡуйылған бурыстар тураһында ныҡлап әйттеләр…

… Артиллерист Әхмәт Мәмбәтов: «Һуғышҡа беҙ яҡшы әҙерләндек, — тип башланы һүҙен. Беҙҙә Әбүталипов тигән йәш кенә воин бар. Исмәғил исемле ул Баймаҡ районы Темәс ауылынан. Наводчик үҙе. Йәш булһа ла, һуғыштың рәтен-яйын белә. Дивизияға ул фронттан килде. Боркиҙа иртәгә һуғыш була тигән көндө кистән: «Әйҙә, Мәмбәтов иптәш, разведка яһап ҡайтайыҡ, аҙаҡ тура төбәп атырбыҙ», — ти. Киттек. Дошман Олым йылғаһының аръяғында, яҡын ғына. Сапрон ауылынан бире, һыуҙың теге яҡ ситендә һалдаттары тәмәке көйрәтеп торалар. Ҡайҙа ни нәмә бар — орудиемы, пулемётмы, йөктәреме, өйкөм һалдаттарымы, барыһын да күреп-белеп алдыҡ та, ҡайтып пушкаларҙы ҡороп ҡуйҙыҡ. Шунан һуң, яҡтырғас, гел өҫтәренә ауҙарып тик торабыҙ… Комбат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, беҙ шунда өс йөҙләп фашисты ҡырғанбыҙ… (С.Р. Әлибаев. Көндәлек биттәренән (Комиссар яҙмалары). Өфө 1971, 65 — 66-сы биттәр). Полк комиссары яҙмаларында һүрәтләнгән ваҡиғанан биш көн үткәс, атайым үрҙә телгә алған хатын яҙа. Әлбиттә, хатында партия йыйылышы ла, ундағы үҙенең сығышы тураһында ла бер һүҙ ҙә юҡ. Тик күтәренке кәйеф, гөрләтеп дошманды тар-мар итеп йөрөүҙәре хаҡындағы юлдар ғына «Комиссар яҙмалары» ндағы ваҡиғаларға ишара. Сәғит Әлибаевтың «Комиссар яҙмалары»нда (31 — 32-се биттәр) тағы бер йыйылышҡа бәйле атайыбыҙҙың исеме телгә алына.

«5 май. Иртә таңда Кусимовҡа М. М. Шайморатов шылтыратты:

— Комиссарың, партбюро секретарыңды алып, өсәү әҙер тороғоҙ, мин хәҙер барып етәм, — тигән. …Комдив сәғәт 8-ҙә килде. Ауыл ситендә ҡаршы алдыҡ. Күсимов полктың план буйынса занятиеларға тотонғанын докладывать итте. Ситтәге өй тирәһендә бер нисә бүрәнә ята. Полковник шул яҡҡа табан атланы, беҙ уға эйәрҙек. Майор, штаб өйөндә урын бар, тип әйтһә лә полковник: «Ошонда ғына һөйләшәйек, мин әллә ни оҙаҡ тотмам», — тине. Дивизияға килгәндән бирле М. М. Шайморатов бындай кәңәшмә үткәргәне юҡ ине әле. Был осрашыуҙа һүҙ фәҡәт мораль-политик темаға барҙы. Комдив һүҙен шулай башланы:

–Кисә беҙ бик мөһим кәңәшмәлә булдыҡ, даими политик эш аша личный составтың әхлаҡ, рухи кимәлен күтәрергә, берҙәмлекте, ойошҡанлыҡты, аңлы дисциплинаны, юғары патриотик тойғоларҙы көсәйтергә кәрәк. Беҙ шуға ирешергә тейешбеҙ, — тине ул. — Шунһыҙ һан яғынан, ҡорал яғынан өҫтөнлөк тә, ҡоралды яҡшы белеү ҙә еңеүгә килтерә алмай!

Кисен яңы төҙөлгән полк мәктәбе курсанттарының йыйылышын үткәрҙек. Улар юғары аңлы, алдынғы егеттәрҙән һайлап алынғайны. Бына ул егеттәр… (Артабан комиссар илле биш һуғышсынан торған исемлектә атайыбыҙҙы ла телгә ала): «…полк батареяһынан — Барый Мөхәмәтов, Барый Ғәбиҙуллин, Исмәғил Абуталипов, Зәкәриә Ишҡолов, Әхмәт Мәмбәтов…» Полк комиссары С. Р. Әлибаев телгә алған, «юғары аңлы, алдынғы егеттәр» иҫәбендә беҙҙең атайҙың исеме лә булыуы, һис шикһеҙ, оло ғорурлыҡ тойғоһо уята. Артиллерист, политрук ярҙамсыһы Мәмбәтов Әхмәтхан Хужанияз улының һуғыш шарттарындағы ҡыйыулығын, әүҙемлеген сағылдырған мәғлүмәттәрҙе дивизия гәзите «Ҡыҙыл атлылар» биттәрендә лә осратырға мөмкин. Йәнә «Комиссар яҙмалары» на мөрәжәғәт итәйек.

«8 сентябрь, 1942 йыл. «Ҡыҙыл атлылар»ҙың бөгөнгө һаны күбеһенсә беҙҙең полк тормошонан алып яҙылған. Был материалдарҙа оборона һуғышы шарттарындағы беҙҙең тормош шаҡтай тулы сағыла. Шунлыҡтан мин уларҙың ҡайһы берҙәрен көндәлегемә теркәп ҡуйыуҙы кәрәкле таптым…

…Икенсе биттәге дүрт мәҡәләнең өсәүһе беҙҙән. Политруктар И. Сәғитов, Самат Назаров, замполит Әхмәт Мәмбәтов яҙған. Политрук И. Сәғитовтың мәҡәләһе «Коммунистар алдынғы воиндар» тигән баш аҫтында. Ватан яҙмышы өсөн барған аяуһыҙ һуғыштарҙа батырлыҡ өлгөһө күрһәткәндәр рәтендә атайыбыҙҙың исеме лә телгә алынғанға күрә, мәҡәләнән өҙөк килтерәм: «…Коммунистар Ватан приказын үтәүҙә, рубеждарҙы нығытыуҙа, һуғышта партия эшенә бирелгәнлек өлгөһө күрһәтеүҙә алдынғылар булып һанала. Коммунистарҙан Бакиров, Йосопов, Абдрахманов, Мәмбәтов иптәштәрҙең рубежынан дошман ниндәй генә көслө булһа ла, үтәсәк түгел. Коммунистар шулай уҡ боецтарҙың политик белемен күтәреү буйынса ла эш алып баралар. Коммунист — иң яҡшы агитатор. Ә агитация шәхси өлгө, һуғышта ҡыйыулыҡ, дисциплина һәм ныҡ тороуға бәйләп алып барыла…» Бында политрук И. Сәғитов бөтә дивизияға атайыбыҙҙы өлгөлө ҡаһарман һуғышсы — коммунист булараҡ күрһәтә. «Ҡыҙыл атлы»лар гәзитенең 1942 йылдың 8 сентябрь һанында Ә. Мәмбәтов имзаһы менән донъя күргән мәҡәләне тулыһынса килтерәм.

Атайым мәҡәләһен «Дуҫтар расчёты» исеме аҫтында баҫтырған. «Һуғышҡа ингәндә яныңда яҡын иптәшең булһа, иң ауыр минутта ла уның ярҙам ҡулы һуҙасағына ышанаһың. Шундай ваҡиға булды: боец Сәғитов Баһау төнөн сәғәт икелә дошмандың ҡаты уты аҫтында телефон сыбығын ялғарға китте. Ул көтөлгән минутҡа ҡайтып етмәне. Ә дошман һаман да ата. Мин уйға ҡалдым. «Иптәшеңде эҙлә!» — тинем үҙ-үҙемә. Киттем. Сәғитов ҡаты яраланған булып сыҡты. Уға беренсе ярҙамды күрһәттем һәм ут аҫтынан ҡурҡынысһыҙ урынға алып сыҡтым. Беҙҙең расчёт — дуҫтар расчёты. Мин һәр һуғышта үҙемдең дуҫтарым Ҡәйүпов, Әбүталипов, Сәлихҡолов һәм башҡаларҙың тауышын ишетәм. Улар менән ҡаты һуғыштарҙа дуҫлаштым. Һәм беҙ бергәләп яуға инеп дошманды тар-мар итәсәгебеҙгә ышанабыҙ. Политрук ярҙамсыһы Ә. Мәмбәтов. (С.Р. Әлибаев. Көндәлек биттәренән. (Комиссар яҙмалары). Өфө — 1971, 83 — 85-се биттәр).

Шул уҡ гәзиттең 1942 йылдың 10 сентябре һанында (№ 74) атайыбыҙҙың тағы бер мәҡәләһе баҫылған. Ул «Уҡыуҙар бара» тигән исем менән бирелгән. «Подразделениела боевой әҙерлекте көсәйтеү маҡсаты менән уҡыуҙар йәйелдереп ебәрелде. Орудияларҙың материаль частарын отличноға үҙләштереү, расчёттағы һәр бер боецты наводчик итеү — занятиеларҙың төп бурысы ошо. Занятиелар регуляр үткәрелә. Уҡыуҙа бигерәк тә ездовойҙарҙан Гәрәев, Баһауетдинов, Закиров иптәштәр тырышлыҡ күрһәтә.

Ҡыҙылармеец Ә. Мәмбәтов».

Атайымдың тап ошо көндәрҙә яҙған хаты ла һаҡлана беҙҙең өйҙә. Конверт тышындағы штампта ап-асыҡ «8.9.42» күренә. Йөкмәткеһенә ҡарағанда, хатында ул «Комиссар яҙмалары»ндағы һәм үҙенең мәҡәләһендәге кеүек өлгөлө агитатор — коммунист, ҡаһарман һуғышсы булып күҙ алдына баҫа. Ғәҙәттәге сәләмдәр теҙмәһенән һуң, әсәйемә кәңәштәрен теркәгәс, үҙенең хәл-торошон ҡыҫҡаса ғына былай тип яҙа: «…Минең хәлгә килгәндә мин иҫән. Яҡшы хеҙмәт итеүем өсөн, дошман менән яҡшы һуғышҡаным өсөн политрук, йәғни начальник итеп ҡуйҙылар. Мин дошман Гитлер эт фашисты бөтөрмәй ҡайтмайым. Һин үҙең донъя көтөп тор инде балалар менән.

Ваҡытлыса ауыр булһа ла түҙ.

Дошман түгел, ел дә үтмәҫ

Һеҙ теҙелгән сафтарға, –

тип йыр яҙғанһың бит, шуның кеүек йырҙар күп итеп яҙып ебәр әле Вазифа, йә ҡыҙым Гөлнур, дошманға үс итеп».

Бына 1942 йылдың 5 ноябрендә яҙылған хат. Миндә хаттың күсермәһе, төп нөсхә Хәйбулла районының крайҙы өйрәнеү музейында һаҡлана. Хат атайымдың һәләк булыры алдынан теүәл бер ай элек яҙылған. Хаттың йөкмәткеһенә ҡарағанда, уны атайыбыҙ хәүефле һәм хәтәр рейд шарттарында яҙа: «…Бына беҙ юлдабыҙ, төшлөккә таба барабыҙ…»

Тағы комиссар яҙмаларына күҙ һалам.

«4 ноябрь 1942 й. сәғәт 9-ға Шайморатов саҡыртты. Оҙаҡламай тағы марш. Тик быныһы элеккеләре кеүек түгел — дошман менән осраша-осраша барыласаҡ. Икешәр боекомплект алырға, ылауҙарҙы ыҡсымлатырға, еңеләйтергә, өс көнлөк аҙыҡ һәм фураж кәрәк…»

«… н оя бр ь. Э ск ад ро нд ар .аб ар .ы м. У нд, а М Нәзиров осраны. 2-се эскадрон егеттәре менән һөйләшеп тора ине ул. Иптәштәр менән әңгәмәнән һуң, Нәзиров миңә алда бик ҙур, мөһим операция тороуын, уның менән Г. К. Жуков етәкселек итәсәген, румындар менән айҡашырға тура киләсәген һөйләп алды. Был хәрби серҙе һаҡларға, ныҡ әҙерләнеү өсөн көстө йәлләмәҫкә кәрәк, тине…

…Төнөн Әхмәт Абдуллин шылтыратты: «Әҙер торорға!» С. Р. Әлибаев.

Көндәлек биттәренән (Комиссар яҙмалары). Өфө, 1971, 106 — 107-се биттәр. Йөкмәткеһенән күренеүенсә, алда ниндәй генә аяуһыҙ алыштар, аяныслы юғалтыуҙар торғанда ла атайыбыҙ — полк батареяһы артиллерисы, политрук ярҙамсыһы Әхмәтхан Хужанияз улы Мәмбәтов күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, иҫән-һау еңеү менән ҡайтырына ышаныс, өмөт түбәндәге хат юлдарында: «…Мин дошманды дөмөктөрөп, иркенләп ҡайтырмын, ә һин, Вазифа, әҙерләнеп торорһоң, туй яһарбыҙ. (Байрам итербеҙ мәғәнәһендәлер, моғайын)».

Был юлдарҙы күҙ йәшһеҙ уҡыу мөмкин түгел. Сөнки ошо хат — атайыбыҙҙың ҡул йылыһын, күҙ нурын, йөрәк тибешен ғаиләһенә алып ҡайтҡан һуңғы аманаты, изге васыяты… Кем белә, бәлки, почтальон ошо хат — ҡыуаныслы хәбәре менән өйөбөҙ ишеген шаҡығанда ул ҡоралдаштары менән дошмандың үлемесле атакаларына ҡаршы һуғышҡандыр, йә үлемесле атакаға үҙҙәре күтәрелгәндер.

Тағы «Комиссар яҙмалары»н уҡыйым. (113-сө бит): «12 ноябрь… Беҙ Дон йылғаһы аръяғындағы Тюкановский станцияһы янындағы… тау битендәге һирәк ҡыуаҡлыҡта туҡтағанбыҙ…Дивизия, корпус, Воронеж аръяғынан 8 октябрҙан бер ай буйы дауам иткән 1200 километрлыҡ оҙон марш-поход хәҙергә ошонда тамам… Киләсәктә тик һуғыша-һуғыша ғына хәрәкәт итәсәкбеҙ…күңел һиҙенә: ҙур ваҡиғалар көтә беҙҙе. Беҙ бит бөйөк алыш барған Сталинград алдында торабыҙ»… «20 ноябрь. Танктар һаман килә… Орудие командиры Ғ. Ихсанов һәм Ғабдрахмановтар ҡаршы килгән өс танкты ла сафтан сығарҙылар, береһе янды. Уңдан килеп сыҡҡан дүртенсеһен дә Шамил Рәхмәтуллиндың артиллеристары туҡтатты… (119-сы бит). Яҙмаларҙа артиллерия, орудиелар телгә алынған алыштарҙа Шамил Рәхмәтуллин командиры булған полк батареяһында һуғышҡан атайҙы шунда күҙ алдына баҫтырырға тырышам».

«Комиссар яҙмалары»нан. «24 ноябрь. Шамил Рәхмәтуллиндың танка ҡаршы орудиялары колоннаға тура наводка менән ата, снарядтарҙың күбеһе өҫтәренә барып төшә. Дошмандың тиҫтәләгән машиналары, танктары яна…» (134-ce бит). Әйтергә кәрәк, Обливская менән Чернышевская станциялары араһындағы ҡан ҡойошта 112-се башҡорт атлы дивизияһының тәүге составы тулыһынса тиерлек һәләк була. Ошо араны дивизия аяуһыҙ алыштарҙа 39 көн үтә. Бөгөн ана шул һәр ҡарышы башҡорт атлылары ҡаны менән һуғарылған ерҙәрҙә йөҙәрләгән исемһеҙ ҡәберлектәр, убалар өнһөҙ ята. Тағы ла Тимер Йосоповтың шиғри юлдары ҡылт итеп хәтергә килә:

Нисә миллион ватандаштар ауған,

Нисек һыйған ерҙең ҡуйынына?!

Ил азатлығын ҡурсалап үҙҙәрен ҡорбан иткән ҡаһармандар иҫтәлегенә ҡабынған мәңгелек уттар ҙа, һәйкәлдәр ҙә, обелискылар ҙа бихисап тип хәтерләйҙәр дивизияның яу юлынан үткән эҙәрмәндәр.2012 йылдың майында ойошторолған рейдта ҡатнашҡан Димдәге 112-се Башҡорт атлы дивизияһы музейы хеҙмәткәрҙәре беҙҙең атайыбыҙ Әхмәтхан Хужанияз улы һәләк булған Түбәнге Деев утары урынында ҡола яланда автоматын ҡосаҡлаған һалдат һәйкәленең фотоһын алып ҡайтҡайнылар.Һәйкәл рәшәткә менән уратып алынған, бағыулы. Ундағы исемлек ҙур түгел — ни бары тиҫтәнән ашыу ғына исем уйылған. Күбеһе рус фамилиялары. Күрәһең, Үрге һәм Түбәнге Деев утарҙарының һуғыш ҡорбандарын мәңгеләштергәндәр. Ә бит С. Р. Әлибаев яҙмаларына ҡарағанда, 1942 йылдың 5 декабрендә гитлерсыларҙың ҙур СС төркөмө Түбәнге Деев утарына һөжүм иткәндәге аяуһыҙ алышта тиҫтәләгән башҡорт егеттәре баштарын һала, шулар иҫәбендә, атайым Мәмбәтов Әхмәтхан Хушанияз улы ла.

Ошонда ирекһеҙҙән Марат Кәримовтың күңел әрнеүҙәрен сағылдырған шиғри юлдар хәтерҙе ҡуҙғата:

Һуғыш үткән. Төтөн бөткән,

Яралар уңалғандар.

Геройҙарҙың ҡәберҙәре

Гөлдәргә уралғандар.

Гөл-сәскәне күрмәй бары

Ҡәберһеҙ юғалғандар.

Беҙгә үпкә һаҡламағыҙ,

Хәбәрһеҙ юғалғандар.

Биш йыл үткәс (2017 йыл, май) ойошторолған хәтер акцияһында ҡатнашҡан эҙәрмәндәр ҙә һәйкәлгә сәскә һалып, баш эйеп, яҡындағы ҡәберлектә һуңғы төйәген тапҡан әруахтар рухына доға ҡылалар.

Һуңғы рейд хаҡында «Башҡортостан» гәзитенең «Хәтер» битендә (2017 йыл, 6 июнь, № 64 (27316) баҫманың ул ваҡыттағы редакторы Азамат Юлдашбаевтың ҙур мәҡәләһе донъя күргәйне. Унда хәтер акцияһын ойоштороусының исем-шәрифенә иғтибар иткәйнем. Ул — запастағы подполковник, Ростов ҡалаһында йәшәгән беҙҙең яҡташыбыҙ, яҙыусы, тарихсы, эҙәрмән Мәхмүт Бакир улы Сәлимов булып сыҡты.

Азамат Юлдашбаевтан Мәхмүт Бакир улының телефонын алып, уның менән бәйләнешкә сыҡтым. Өмөтһөҙ шайтан, тигәндәй, унда, бәлки, мине ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәттәр булыуы ихтимал. Мәхмүт Сәлимов бик ихлас, ирәбе, тәрбиәле уҙаман икән. Үҙемде борсоған мәсьәлә-һорауымды иғтибарлы тыңлағас, ул, мине ҡыуандырған, өмөтләндергән хәбәр әйтеп һалды. 2019 йылда Деев утарындағы һәйкәлде яңыртып, мемориалға башҡорт атлы дивизияһы һуғышсыларының эҙәрмәндәр асыҡлаған исемдәрен дә тергеҙәләр, имеш. Ул миңә, шунда һәләк булған атайыбыҙҙың исемен мәңгеләштереүҙәрен һорап Ростов өлкә хәрби комиссарына мөрәжәғәт итергә кәңәш бирҙе. «Хатығыҙҙы тотоп, военкомға үҙем барам», — тигәс, ҡыуанысымдың сиге булманы.

Ике көн эсендә хатты әҙерләп бөткәс, Мәхмүт Бакир улына интернет аша ебәреүҙе Юламан улым йәһәт ойошторҙо.

Ростов өлкәһе Хәрби комиссары Анатолий Петрович Трушинға адресланған хатымда мин С. Әлибаевтың китабындағы яҙмаларҙы тәржемәләп, атайыбыҙҙың Ростов өлкәһе Түбәнге Деев утары янындағы бәрелештә батырҙарса һәләк булғанын яҙҙым. Хатымдың һуңғы өлөшөн генә бында ҡабатлайым.

«Уважаемый Анатолий Петрович! Я обращаюсь к Вам со следующей просьбой:

Руководством Солонецкого сельского поселения осуществляются реставрационные работы памятника у хутора Деево Ростовской области. Прошу Вас включить в мемориальный список памятника имя нашего отца Мамбетова Ахметхана Хужаниязова для увековечения его памяти».

О себе: Я, Мамбетов Мидхат Ахметханович, 1941 года рождения, единственный, оставшийся в живых из членов семьи Мамбетова А. Х.

С уважением и надеждой Мамбетов Мидхат Ахметханович.

  1. 2019 г.

Хатты тотоп, Комиссариатҡа барғас, ундағы һөйләшеүҙең һөҙөмтәһен Мәхмүт Бакир улы миңә телефондан хәбәр итте.

Трушин А. П. хат менән танышҡас та интернеттан «Память» китабының Хәйбулла районы томын табып, ундағы мәғлүмәт менән минең яҙғандарымдың тап килмәүенә иғтибар итә. Шулай уҡ С. Әлибаев китабынан килтерелгән өҙөктө лә, документ була алмай, тигән.

Үрҙә мин яу яланындағы мәхшәрҙә иҫәп-хисапта ебәрелгән яңылышлыҡтарҙың эҙемтәһе хаҡында һүҙҙе телгә алыу менән генә сикләнгәйнем. Хәҙер килеп, «Память» китабында хәбәрһеҙ юғалғандар. исемлегендә булыуы, йәнә унда ебәрелгән хаталар атайыбыҙҙың яҡты исемен мәңгеләштерергә кәртә булды.

Бер ай тигәндә Ростовтан яуап килде. Хаттан өҙөк килтерәм: «По существу вопроса сообщаю, что факт гибели Мамбетова А.Х. документально не подтверждён, в документах Центрального архива МО РФ, размещенных на сайте ОБД «Мемориал» информация об указанном военнослужащем так же отсутствует.

В связи с этим, оснований для внесения фамилии Мамбетова А.Х. в список погибших воинского захоронения и увековечения его имени на мемориальной плите братской могилы, у военного комиссариата Ростовской области нет».

Ошо яуап тағы һүндерҙе өмөттө тип бошоноп йөрөгәндә, тынғыһыҙ эҙәрмән Мәхмүт Бакир улы Сәлимовтан күңелде йылытҡан хәбәр килде: «18 сентября 2019 года в Обливском районе Ростовской области началась Межрегиональная «Вахта Памяти». Здесь в боях в ноябре–декабре 1942 года у ст. Обливская 112-я Башкирская кавалерийская дивизия понесла страшные потери. Открытие «Вахты памяти» произошло у обновлённого памятника на братской могиле у хутора Деево (там впервые в 1948 году 16-летний Рами Гарипов вместе со своими одноклассниками искали могилу своих отцов. Они были первыми поисковиками).

В экспедиции на местах боёв 8-го кавалерийского корпуса принимают участия поисковые отряды всех атомных станций России, отряды Ростовской и Волгоградской областей, а также поисковый отряд Куюргазинского района Республики Башкортостан под руководством Сатыбаева Салавата Махмутовича. Во время вахты 2018 года были подняты и перезахоронены останки 41 воина. Мы надеемся, во время нынешней «Вахты Памяти» также будут обнаружены и подняты останки наших воинов. 19.09.2019 г.»

Деев утарына юлланыр алдынан төшкән фотоһын да ебәргән яҡташыбыҙ. Уңышлы сәфәр теләйек эҙәрмәндәргә! Ә беҙҙә тағы өмөт уянды. Фронтовик шағир ҙа хуплағандай:

Һәйкәл тора. Имеш, һөйләйҙәр,

Был билдәһеҙ һалдат һәйкәле.

Билдәһеҙме ошо баҡыр кеше?

Билдәһеҙме, хәтер, әйт әле?

Мостай Кәрим.

***

Тағы халыҡ шағирына мөрәжәғәт итәйек. Аҡыл эйәһенең «Көндәлектәре»ндәге «Әҙәмде кисерештәр түгел, үкенестәр ҡаҡшата» тигәне миңә лә ҡағылғандай.

Уға ғына хас тәрән мәғәнәле фекере мине яңынан үкенесле уйҙарға ҡайтарҙы. «Кем аҡылы һуң төшә, һуң төшһә лә мул төшә» тигәндәй, ваҡытында яу ҡырынан имен ҡайтҡан ауылдаштарымдың фронт яҙмышы менән ҡыҙыҡһынырға, үҙҙәре иҫән саҡта осрашып, уларҙың яу ҡырҙарында ҡалған ғүмер сатҡылары, батырлыҡтары хаҡында һөйләшеп ултырырға форсат тапмағанмын, хәҙер үкендерә.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яуыз дошманын еңеп ҡайтҡан егерме биш яугирҙың барыһы ла күптән гүр эйәләре. (Йәндәре йәннәттә булһын ҡаһармандарҙың!).

Үрҙә хәтирәләрҙе хәтерләүҙәрем күбеһенсә үҙебеҙҙең ғаиләбеҙгә, атайыма бәйлe ваҡиғаларға үрелеп барҙы. Шулай ҙа атайым Әхмәтхан Хужанияз улы менән бергә ил һағына баҫҡан ауылдаштарымды, тоҡомдаштарымды иҫкә алмаһам, күңелемдә үкенес ҡалыр, яҙмам да тулы булмаҫ ине. Баҡыйлыҡҡа күскән яҡташ-яугирҙарҙың рухтары ла кәмһенеп ятыр һымаҡ.Үткән быуаттың 90-сы йылдарының икенсе яртыһында һуғыш ветерандары алдындағы бер сығышым хәтерҙә. Минең Өфө ҡала хакимиәтендә яңы эш башлаған сағым. Сығышымдың төп мәғәнәһен ҡыҫҡартып бирәм.«Бына һеҙҙең алдығыҙҙа, хөрмәтле ветерандар, атаһын бер ҙә күрмәгән, ҡосағы йылыһын татымаған яугир улы баҫып тора. Һеҙ яу яланынан иҫән-һау ҡайтып, ғаиләләрегеҙҙе, туғандарығыҙҙы ҡыуандырҙығыҙ, балаларығыҙҙы бәхетле иттегеҙ. Беҙ — атайһыҙҙар, етемлектә үҫеп, күрәһегеҙ, кеше булдыҡ.Шулай ҙа һеҙ, яуҙан ҡайтып, бөлгән хужалыҡтарҙы аяҡҡа баҫтырғас, һуғыш ауырлыҡтарын, тылды иңдәрендә күтәргән, ныҡ йонсоған ҡарт-ҡороно, бала-сағаны, беҙҙең әсәйҙәрҙе ауыр михнәттәрҙән ҡотолдорғас, беҙ ҙә етемлек ыҙаларынан арына төштөк, хатта икмәк тәмен татый башланыҡ.Ана шуларҙың барыһы өсөн алдығыҙҙа баш эйәм…»

Күңелдә йөрөгәндәрҙе залдағыларға төбәһәм дә, шунда үҙемдең яугир ауылдаштарымды — ауылда беренсе тапҡыр электр уты тоҡандырған ярҙамсыл Сәйфуллин Шәкирйән олатайҙы, һуғыштан һуң тәүге машинаға ултырған егәрле Ғәбитов Ғиниәт ағайҙы, мал йәнле, ғүмер буйы йылҡы көткән изге күңелле Мәмбәтов Илйәс олатайҙы, фронттан ҡайтып ватыҡ тракторға йән өргән тырыш Ҡәйепов Хажиәхмәт ағайҙы, әсәйемде, уның әхирәттәрен төрмәнән ҡотҡарған (был хаҡта һүҙ алда булыр) Ҡарабаев Динислам еҙнәйҙе, Берлинғаса еткән фронтовик, туған йәнле Мәмбәтов Ризаитдин ағайҙы, ҡайҙа ҡушһалар ҙа, ең һыҙғанып, намыҫланып әрһеҙ эшләгән Мәмбәтов Шәрифйән ағайҙы, бер туған Мирсәйет менән Әҙелгәрәй Ҡыуандыҡовтарҙы, Мәмбәтов Усман, Ҡәйепов Ишмырҙа ағайҙарҙы, Ҡарабаев Хәлим еҙнәйҙе һәм башҡа бында телгә алынмаған яҡташтарымды ла күҙ уңында тотҡайным.Ауырлыҡтарға күндәм, эшһөйәр ветерандар иңенә таянып, өмөт тотоп, яңы тормош йәшәйешен башлай ауылыбыҙ. Өй торбаларынан, тыштағы усаҡтан күтәрелгән төтөн менән ауыл өҫтөндә аш еҫе тарала, йылы күмәсте иҫкә төшөрә. Быларҙы кисергәндәр, хәтерләгәндәр, үкенескә, бик һирәгәйҙеләр хәҙер.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылдаш-фронтовиктар араһында етемдәргә, яҡлаусыһыҙҙарға ҡарата бәғерһеҙҙәре лә булды. Күп булманы улары, бер- икәү генәлер.

Шуны хәтерләткән бер ваҡиға беҙҙең ғаиләгә лә ҡағыла. Таң менән Әсҡәт ағайымдың, күҙ йәшенә быуылып, илай-илай ат эйәрләгәне хәтерҙә. Уға ун дүрт йәштәр тирәһе булғандыр. Аҙаҡ, үҫә төшкәс, белдем өйөбөҙгә ниндәй ҡаза килгәнен. Әсәйем һөйләгәйне.Һуғыш туҡтағандың икенсе көҙөндәге уңыш мәле. Ырҙында эштең ҡыҙыу сағы. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың кемеһе иген елгәрә, кемеһе таҙартылған ашлыҡты келәткә ташый.

Ҡатындарҙың һәммәһе ҡуйынында ус аяһындай тоҡсай йөрөтә, ниәттәре — берәр ус ҡурмаслыҡ бойҙай алып ҡайтыр, бәлки, балаларына. Шулай бер көн, эңер төшкәс, эште ослар алдынан былар әлеге тоҡсайҙарына бойҙай тултырып маташҡандарында өҫтәренә һыбай бригадирҙың килеп сыҡҡанын абайламай ҙа ҡалалар. Шул тирәлә аңдып торғандыр яуыз. Бисә-сәсә сыр-сыу килеп, тоҡсайҙарын ташлап, кемеһе ҡайҙа ҡаса башлайҙар. Тик беҙҙең әсәй генә теге тоҡсайҙарҙы иген өйөмөнә йәшереп өлгөрә алмай ҡала.Күренешкә шаһит булған бригадир: «Башығыҙҙы төрмәлә серетәм!» — тип уҫал аҡырып, атын ҡамсылап сабып сығып китә. Яуызлығы менән яманаты сыҡҡан бригадир шул кисте ҡатындар өҫтөнән доносын яҙып, почтальонға тоттора. Һуғыштан яраланып ҡайтып, почта йөрөткән Ризаитдин ағай (үҙебеҙҙең туған кеше) төнөн килеп ишек шаҡый.

«Иртәгә мине һеҙҙең өҫтән ялыу менән Аҡъярға ебәрәләр, Динисламға барып ҡара, еңгәй, бәлки, берәй сараһын табыр, кәңәшен бирер», — ти ҙә сығып китә. Таң һарыһынан төнө буйы керпек тә ҡаҡмаған әсәм ауыл советы рәйесе фронтовик Ҡарамбаев Динисламдың ишеген ҡаға. Күҙ йәштәре менән хәлде һөйләп биргәс, рәйес ҡағыҙ киҫәгенә ниҙер яҙа ла: «Әсҡәтең ошо ҡағыҙҙы почтальонға тапшырһын, ул бик иртә йөрөй. Аҡъярға тиклем ҡыуып етеп тапшыра алһа, бәлки, ҡотолорһоң. Ана, минең атты эйәрләһен». Ағайым почтальонды ҡыуып еткәндә, Аҡъяр осондағы күпергә инеп барған була. Аҙаҡ Ризаитдин ағайҙың һөйләгәне. «Юл буйы баш ватып, ҡайғырып барам, нисек кенә был ҡәһәрҙән ҡотолорға икән, баштары китһә, күпме бала етем ҡала», — тип. Әсҡәт ҡусты мине ҡыуып еткәндә аты аҡ күбеккә батҡан, үҙе лә туҡтауһыҙ илауҙан, ҡаршы елдән дер ҡалтырай. Минең арбаға ултырғас та, бахыр, оҙаҡ иланы. Саҡ тынысландырҙым үҙен. Мин дә оло бәләнән ҡотолғаныма ҡыуандым шунда.Бөтөн ауылға ҡырын эштәре, алама холҡо менән исеме сыҡҡан яуызды ауыл советында яҡшы ғына өшкөргәндәрҙер, фашлау менән ҡурҡытҡандарҙыр ошо ваҡиғанан һуң. Һәр хәлдә, башҡаса эште яңынан ҡуҙғатырға баҙнат итмәне теге яһил.Шулай итеп, ғаиләбеҙ тағы бер тетрәнеү кисерә ошо ваҡиға арҡаһында.Үҙ өҫтөнә оло яуаплылыҡ алып, мәрхәмәтлек күрһәткән Динислам еҙнәйгә ғүмер буйы рәхмәтле булып йәшәнек беҙ. Үҙенә шул күҙ йәшле рәхмәтебеҙҙе балалығыбыҙ менән әйтә лә алмағанбыҙҙыр инде. Үкенесле хистәр күңелдә.

1995 йылда Еңеүҙең 50 йыллығын тантаналы байрам иткән көндәрҙә Мәмбәттә, мәҙәниәт йорто менән мәктәп ҡаршыһындағы майҙанда, һәйкәл ҡалҡып сыҡты. Һәйкәл ташына Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған 42 ауылдашыбыҙ рәтендә ике бер туған — атайыбыҙ Мәмбәтов Әхмәтхан Хужанияз улы менән ағаһы Мәмбәтов Әхмәткамал Хужанияз улының да исемдәре уйылған. Оло тантаналарҙа күҙ йәшле хәтер саралары ла ошонда үтә. Арҙаҡлы ауылдашым, ҡәрҙәшем Мәмбәтов Исламетдин улы менән ун ике йыл рәттән беҙ ҙә ҡатнашҡайныҡ байрам сараларында, һуғыш — хәтирәләрҙе бергә кисерҙек яҡташтарыбыҙ менән.

Тик барыбер 1942 йылдың 5 декабрендә атайыбыҙ Әхмәтхан Хужанияз улы һәләк булған Түбәнге Деев утары урынындағы һәйкәл-мемориалда уның исемен мәңгеләштерергә тырышыуыбыҙ барып сыҡмағаны үкенесле. Шулай ҙа күңелде бер аҙ тынысландырғаны, исемдәре теркәлмәһә лә, шундағы ҡәберлектәрҙә ятҡан йөҙәрләгән башҡорт яугирҙарының, улар менән ҡәберҙәш атайыбыҙҙың да үлемһеҙ батырлығына һәйкәл бит ул.

Миҙхәт Мәмбәтов.

Өфө ҡалаһы.

 

Ғүмерем эңеренә ауышҡанда хәтирәләр бирмәй тынғылыҡ…
Ғүмерем эңеренә ауышҡанда хәтирәләр бирмәй тынғылыҡ…
Автор: Раян Атанбаев
Читайте нас