Ғәлиәхмәт ауылында Аҡъюл ауыл биләмәһенең тыл хеҙмәтсәндәре, фронтовиктарҙың тол ҡатындары һәм һуғыш осоро балалары хөрмәтенә бағышланған һәйкәлде асыу тантанаһы үтте.
Был данлы ваҡиғаға ауыл биләмәһе халҡы, сит тарафтарҙа йәшәгән ауылдаштар, район хакимиәте һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре йыйылды. Тантанала Аҡъюл ауыл биләмәһе башлығы Илнар Игебаев, район советы секретары Салауат Байғабулов, район ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова, район хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығы етәксеһе Ғәлимйән Билалов, Аҡъюл ауыл биләмәһе ветерандары советы Хисам Абдуллин тәбрикләү һүҙҙәре менән сығыш яһаны.
Сарала ҡатнашыусылар атай-ҡартатайҙарының, туғандарының фотоһүрәттәрен тотоп, «Үлемһеҙ полк» сафына оло ғорурлыҡ менән ҡушылды һәм районда тағы ла бер дан һәм хеҙмәт ҡаҙанышына әйләнгән яңы һәйкәлгә сәскәләр һалды.
Эйе, үткәндәрен онотмаған, тарихын белгән, шәхестәрен хөрмәтләгән халыҡ үҙе лә ихтирамлы булыр. Ни тиһәң дә тап тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш осоро балаларының тырышлығы менән фронт аҙыҡҡа, кейемгә, хәрби йыһаздарға, ҡоралға өҙөклөктәр кисермәй. Тиңһеҙ хеҙмәт батырлығы күрһәткән яҡташтарыбыҙ оло хөрмәткә һәм мәңгелек хәтергә һис шикһеҙ лайыҡ.