Бөйөк Еңеүҙең юбилей йыллығына аяҡ баҫҡанда күңелем менән әленән-әле үткәндәргә әйләнеп ҡайтам. Һуғыш башланғанда миңә дүрт йәш ине. Атайыбыҙ беҙҙе, дүрт балаһын, ҡатынын ҡалдырып, фронтҡа китә. Айырылышыуҙарҙың ауырлығы, күҙ йәше бөгөнгөләй күҙ алдымда һәм ул кескәй күңелемдә ныҡ уйылып ҡалған. Егелгән аттарға ултырып, бер нисә ир-егет ауылдан сығып китте. Атайыбыҙ йырға маһир ине. Уның моңло тауышы, оҙатыусыларҙың һыҡтап, сыр-сыу килеүҙәре хәтеремдә һаман да һаҡлана.
Атайыбыҙ Әйүп Ғәбделғәлим улы Кәипов 1908 йылда Сәғит ауылында ишле ғаиләлә тыуған. Һуғышҡа тиклем ул колхозда бригадир булып эшләгән. Фронтта танкист булып хеҙмәт итә. Бер хатында яҙғандыр күрәһең, беҙ балалары: «Атайыбыҙҙың танкыһының һаны 42», – тип әйтә торғайныҡ.
Яу яланынан яҙған хаттарында атайыбыҙ балаларын һағыныуын, улар өсөн өҙгөләнеүен шиғыр юлдарында белдерә ине.
Тәҙрә асып, емдәр һиптем,
Аҡ ҡына ҡаҙҙарыма.
Суҡ-суҡ сәләмдәремде ебәрәм
Ваҡ ҡына балаларыма.
Атайыбыҙға тыуған яҡтарына ҡайтырға насип булмай. Әллә яҙмыш ҡушыуы, әллә күңел юрауынанмы:
«Беҙ китәбеҙ ахыры,
Тимер юлдар арҡыры.
Өҫтөмдәге күлдәгем,
Кәфен булыр, ахыры...»
– тип яуға киткәндә йырлауы ысынбарлыҡҡа тап килеп, ул башланғандың икенсе йылында уҡ яу ҡырында һәләк була һәм Мәскәү өлкәһендәге туғандар ҡәберлегендә ерләнә. Улы Һөйөндөк атайыбыҙ ҡәберенә барып, уның рухы алдында баш эйеп, тыуған яҡтарҙан сәләм тапшырҙы.
Беҙ уның балалары, атайыбыҙҙы һәр ваҡыт һағынып иҫкә алдыҡ. Һуғыш осоро кешеләре донъяның иң ауыр мәлдәрен үҙ иңдәрендә күтәрҙе. Шуға күрә әле лә донъялар имен торһон!
Зөләйха Исрафилова.
Маҡан ауылы.