Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
14 Май 2025, 15:56

Бүребай ауылында парк төҙөлә

Бүребай ауылында Еңеүҙең 80 йыллығы исемендәге парк төҙөлөшө башланыуы уңайынан тантаналы рәүештә уның беренсе ташы һалынды.

Бүребай ауылында парк төҙөлә
Бүребай ауылында парк төҙөлә

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов сараға йыйылғандарҙы олуғ байрам менән тәбрикләне һәм хәйбуллаларҙың Еңеүҙе яҡынайтыуға индергән өлөшө тураһында ҡыҫҡаса һөйләне. «Еңеүҙең 80 йыллығы исемендәге парк – яугирҙар тураһында хәтер, ғорурлыҡ һәм рәхмәт билдәһе ул. Ауылдың инфраструктураһын яҡшыртасаҡ парктың төҙөлөүе район үҫешенең мөһим этаптарының береһе булып тора. Киләсәктә был йәшеллек биләмәһендә бүребайҙар ғаиләләре, балалары менән бергәләп ял итерҙәр, спорт менән шөғөлләнерҙәр», – тине ул.

Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты – яңы паркты төҙөүҙең төп инициаторы һәм спонсоры.

–Оҙаҡ йылдар бында буш ер, ҡоба ялан булды. Ә тиҙҙән предприятиеның көсө менән бында заманса парк хасил буласаҡ. Беҙ тыныс күк йөҙөн бүләк иткәндәр тураһында яҡты иҫтәлекте һаҡлауҙың мөһимлеген аңлайбыҙ. Был парк бәхет-шатлыҡты, мәңгелек хәтерҙе кәүҙәләндерәсәк, – тине үҙ сығышында тау предприятиенһының генераль директоры Рөстәм Аблаев.

Проект буйынса парктың дөйөм майҙаны 11500 квадрат метр тәшкил итәсәк. Ул төрлө ял итеү зоналарын үҙ эсенә ала, мәҫәлән, төрлө йәштәге балалар өсөн заманса уйын элементтары менән балалар майҙансығы, ял итеү өсөн уңайлы беседкалар, төрлө бәүелгестәр һәм саф һауала спорт менән шөғөлләнеү өсөн урам тренажерҙары менән воркаут зонаһы булдырыу ҡаралған. 

Заманса паркты йәшеләндереү маҡсатында  Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә 80 төп ағас үҫентеһе ултыртыу планлаштырыла. Һис шикһеҙ, парктың барлыҡҡа килеүе ауылдың инфраструктураһын үҫтереүгә һәм халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға ҙур өлөш индерәсәк, сөнки быға тиклем бүребайҙарҙың саф һауала ял итергә һәм спорт менән шөғөлләнергә махсус урындары булмаған. Әлбиттә, был яңы объект – ял итеү урыны ғына түгел, ә Еңеүҙе яҡынайтып, беҙгә тыныс тормош бүләк иткән яугирҙарҙы һәм тыл эшсәндәре хаҡында хәтерҙе һаҡлап, киләһе быуындарға тапшырыу ролен дә уйнаясаҡ.

Тантаналы сара «Үлемһеҙ полк» маршы менән дауам итте  – теләгән һәр кем Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән атайҙары, ҡартатайҙары йәки туғандарының портреттарын тотоп, төп байрам саралары уҙасаҡ үҙәк майҙанға юлланды. Ауылдаштар Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәкәләр һалып, геройҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

Проект буйынса яңы объекттың төҙөлөшөн йыл аҙағына ҡарай тамамлау күҙаллана. Еңеүҙең 80 йыллығы исемендәге парк халыҡтың яратҡан урындарҙың береһенә әйләнер тип ышанабыҙ.

Автор: Раян Атанбаев
Читайте нас