Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
14 Май 2025, 16:09

Әбүбәкерҙә – яңы арт-объект

Әбүбәкер ауылының Ветерандар аллеяһында «Танкыға ҡаршы пушка» арт-объекты барлыҡҡа килде.

Әбүбәкерҙә – яңы арт-объект
Әбүбәкерҙә – яңы арт-объект

Бөйөк Еңеүҙе яулаған ата-бабабалары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл менән бер рәттән бер нисә йыл элек барлыҡҡа килгән Ветерандар аллеяһы ла әбүбәкерҙәр өсөн ҡәҙерле урын.  Әбүбәкерҙән 78 ир-егет фронтҡа китә, тик 32 һалдатҡа ғына еңеү менән ауылға ҡайтырға насип була. Тап уларҙың үлемһеҙ батырлығына арнап, ауыл халҡы бергәләп ағастар ултыртҡайны.

Быйыл майҙансыҡ тағы күркәмләнеп, унда танкыға ҡаршы пушканың макеты урынлаштырылды һәм йәш ҡарағай үҫентеләре ултыртылды. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына уңайынан ҡуйылған арт-объектты асыу тантанаһында ауылы халҡы, Федоровка ауыл биләмәһе башлығы  Наталья Лебедева, район советы секретары Салауат Байғабулов, район ветерандар советы рәйесе Ырыҫбикә Аллағолова, район хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығы етәксеһе Ғәлимйән Билалов ҡатнашты.

Пушканың макетын Әбүбәкер ауылы старостаһы Рамаҙан Назаров үҙ ҡулдары менән эшләгән. Уға был башланғысты бойомға ашырыуҙа ҡатыны һәм ҡустылары ярҙам итә.  Тыуған илде ҡотҡарыу хаҡына үҙен аямай үлемгә ҡаршы барыусылар тураһында иҫтәлекте һаҡлау һәм киләһе быуындарға еткереү өсөн эҙмә-эҙлекле һәм әһәмиәтле эштәр башҡарған әбүбәкерҙәргә афарин тиергә генә ҡала.

Әбүбәкерҙә – яңы арт-объект
Әбүбәкерҙә – яңы арт-объект
Әбүбәкерҙә – яңы арт-объект
Автор: Раян Атанбаев
Читайте нас