Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
14 Май 2025, 10:40

Ҡаһарман лётчик

    

Ҡаһарман лётчик
Ҡаһарман лётчик

Яу ҡырында һәләк булып ҡалдың,

Беҙ белмәгән алыҫ ерҙәрҙә.

Изге рухың мәңге күңелдәрҙә йәшәй

Онотолмай йөрәк түрендә.

Йәмил Йосоп улы Байрамғолов 1914 йылда Йомағужа (Кәрим) ауылында донъяға килә. 1936 йылда Ленинград артиллерия мәктәбен тамамлағас, хәрби юлын лейтенант званиеһында батарея командиры булып башлай. 1938 йылда Чкалов (Ырымбур) ҡалаһында лётчиктар мәктәбен тамамлай.

Бер йылдан өлкән лейтенант Йәмил Байрамғолов тыуған йортона ялға ҡайта. Шул ваҡытта атайымдар Аҡъярҙа йәшәгән була. Ағайым ялға ҡайтҡас, оҙон сәсле, ап-аҡ түңәрәк йөҙлө, мандолинала оҫта уйнаусы, йырсы һылыу ҡыҙ Мәликә Байбулатованы осрата. Әйткәндәй, Мәликә еңгәйем Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатовтың бер туған апаһы була. Бер-береһен тәү күреүҙән яратып өлгөргән йәштәр оҙаҡ уйламай ғаилә ҡора һәм ағайым йәш кәләшен үҙе менән хәрби часҡа алып китә.  Йәштәрҙең мөхәббәт емештәре булып Луиза һәм Людмила исемле ҡыҙҙары тыуа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар икеһе лә ауырып вафат була. Ҡәһәрле һуғыш башланғанда өлкән лейтенант Йәмил Байрамғолов Грузияның Кутаиси ҡалаһында хеҙмәт итә.

1942 йылдың сентябрендә Йәмил Йосоп улы хеҙмәт иткән экипаж хәрби бурысты үтәргә киткәндән һуң кире әйләнеп ҡайтмай. Ул саҡта ағайыма 28 йәш кенә була.

Дошмандарҙы тар-мар итеүгә тос өлөш индергән лётчиктарҙың ҡаһарманлығы сикһеҙ. Киләсәк быуындың бәхетле тормошо өсөн яу ҡырында башын һалған батырҙарға мәңгелек дан! Уларҙың яҡты иҫтәлеге быуындан-быуынға күсеп, кешелек донъяһында изге һәйкәл булып ҡалһын, бындай ғәрәсәт башҡа булмаһын ине.

Венера Айсаутова.

Әҙел ауылы.

Автор: Раян Атанбаев
Читайте нас