Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
9 Май 2025, 09:42

Бүребай ауылында парк төҙөлөшөнә старт бирелде

Еңеүҙең 80 йыллығы исемендәге паркта ял итеү һәм спорт менән шөғөлләнеү майҙансыҡтарын булдырылыу күҙаллана

Бүребай ауылында парк төҙөлөшөнә старт бирелде
Бүребай ауылында парк төҙөлөшөнә старт бирелде

Бөгөн Бүребай ауылында Еңеүҙең 80 йыллығы исемендәге парк төҙөлөшө башланыуы уңайынан тантаналы рәүештә уның беренсе ташы һалынды.
Проект буйынса яңы парктың дөйөм майҙан 11 500 квадрат метр тәшкил итәсәк. Ул төрлө ял итеү зоналарын үҙ эсенә ала, мәҫәлән, төрлө йәштәге балалар өсөн заманса уйын элементтары менән балалар майҙансығы, ял итеү өсөн уңайлы беседкалар, балалар өсөн төрлө бәүелгестәр һәм саф һауала спорт менән шөғөлләнеү өсөн урам тренажерҙары менән воркаут зонаһы булдырыу ҡаралған. 

Яңы паркта Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә 80 төп ағас ултыртыу планлаштырыла. Һис шикһеҙ, парктың барлыҡҡа килеүе ауылдың инфраструктураһын үҫтереүгә һәм халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға ҙур өлөш индерәсәк, сөнки быға тиклем бүребайҙарҙың саф һауала ял итергә һәм спорт менән шөғөлләнергә махсус урындары булманы.

Тантаналы сара "Үлемһеҙ полк" маршы менән дауам итте һәм ауылдаштар Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәкәләр һалып, геройҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

Автор: Раян Атанбаев
Читайте нас