Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Сентябрь 2021, 11:46

«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте көҙгө-ҡышҡы осорға әҙер

"Транснефть-Урал" акционерҙар йәмғиәте тулыһынса көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек сараларын тамамланы.

Башҡортостан һәм башҡа төбәктәрҙә урынлашҡан предприятиеларҙың магистраль торба үткәргестәр һәм етештереү объекттарының һыҙыҡлы өлөшөндә 5,6 мең берәмектән ашыу тоташтырыу арматураһы , 400-ҙән ашыу телемеханик идара итеү системаһының төҙөклөгө тикшерелде. технологик процестар контроле менән идара итеү пунктындағы 400-ҙән ашыу блок-контейнерҙары йылытылды.

Электр селтәрҙәре хужалығында - 1,1 меңдән ашыу көс биреү транформаторҙары, 2,1 мең километр тирәһе электр энергияһы тапшырыу линиялары тикшерелде. Шулай уҡ етештереү майҙансыҡтарындағы 83 авариялы дизелле электр станцияһы эшкә тулыһынса әҙер, яғыулыҡ запасы менән тәьмин ителгән.

Йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһы ла эшкә әҙер: 1,2 меңгә яҡын йылылыҡ пункттары һәм йылытыу системаһы тикшерелде, 35 ҡаҙанлыҡтарҙы һынап ҡарау һәм 125 километрҙан ашыу йылылыҡ селтәрҙәрен техник хеҙмәтләндереү башҡарылды. Бина һәм ҡоролмаларҙы махсус ҡорамал ярҙамында тикшереү,йылылыҡтың кәмеүен бөтөрөүсө сәбәптәрҙе юҡҡа сығарырға ярҙам итте, елләтеү һәм йылытыу системалары тулыһынса ҡышҡы режимға күсергә әҙер.

Янғынға ҡаршы ҡорамалдар ҙа ҡышҡы осорҙа эшләргә әҙер. Шул иҫәптән 48 автоматик янғын һүндереү системаһы ла. Ремонт эштәре нигеҙендә, яғыулыҡ-майлау материалдарының, кислород һәм пропандың, кәрәкле материалдарҙың запасы булдырыла, күҙәтеү пунктары ҡорамалдар һәм инвентарь менән тәьмин ителде.

Әҙерлек саралары буйынса «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәтенә көҙгө-ҡышҡы осорға (2021-2022 й) әҙер булыуҙы дәлилләүсе паспорт тапшырылды.

Читайте нас: