Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Август 2021, 10:41

"Балам менән бергә мине лә үлтерҙеләр..."

-

"Балам менән бергә мине лә үлтерҙеләр..."
"Балам менән бергә мине лә үлтерҙеләр..."

Бала табыу йортонда сабыйын юғалтҡан Виктория йәнә кисерештәре менән уртаҡлашты. 

Аҙна башында Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы бала табыу йортонда булған фажиғә әле һаман күптәрҙе тетрәндерә. Унда бер әсә икенсе ҡатындың яңы тыуған сабыйын тәҙрә аша ташлап үлтергәйне.

Аҙаҡ асыҡланыуынса, был ҡатындың психик торошо тотороҡло булмаған, ул махсус диспансерҙа иҫәптә торған. Ә балаһын юғалтҡан Виктория өсөн яңы тыуған малайҙары өсөнсө бала булған. Был хәлдән һуң үлтереүсе ҡатынға енәйәт эше ҡуҙғатылды, ул ике айға ҡулға алынды һәм психоневрология диспансеренда тотола. Әле ул үҙенең бер нимә лә хәтерләмәүе тураһында әйтә, үҙен өйөнә ҡайтарып, балаһын биреүҙәрен һорай. Ә бәхетһеҙ әсә хәлдәрен белдереп социаль селтәрҙәр аша мөрәжәғәт итте. Ул саҡта Виктория табиптарҙы ла, был ҡатынды ла ғәфү итеүе һәм судҡа бирмәүе тураһында белдергәйне.

Бөгөн иһә ул йәнә социаль селтәрҙәр аша был фажиғәне нисек кисереүҙәре тураһында һөйләне. Виктория белдереүенсә, уға иң ауыры иртән уяныу һәм бының ҡурҡыныс төш түгел икәнлеген аңлау.

– Был бер ҡасан да бөтмәйәсәк, бының менән ғүмер буйы йәшәргә кәрәк. Балам менән бергә мине лә үлтерҙеләр, башҡаса бер ҡасан элеккесә була алмам. Минең балаларымды яҡын кешеләре, бәләкәй ҡустыһыҙ ҡалдырҙылар. Әле балаларым нимә кисереүе тураһында уйларға ла ҡурҡам, улар дөрөҫөн белә, – тип яҙа ул.

Виктория уның ҡайғыһын уртаҡлашҡан битараф булмаған кешеләргә рәхмәт әйткән, шулай уҡ 40 көндән бәлки еңелерәк булыр тигән өмөт белдергән.

 

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор:Альфия Мингалиева

Автор:
Читайте нас: