Йылына 6% менән льготалы ғаилә ипотекаһы 2023 йылдың аҙағына тиклем оҙайтыла. Был хаҡта бөгөн Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин хәбәр итте.
«Хөкүмәт льготалы ғаилә ипотекаһын оҙайта. Программа йыл ярымдан тамамланырға тейеш ине, хәҙер ул 2023 йылдың аҙағына тиклем ғәмәлдә. Дәүләт башлығы ҡарарына ярашлы, ике һәм унан күберәк балаларҙың ата-әсәһенән тыш, беренсе сабый тыуғас уның менән файҙаланырға мөмкин», — тип премьер-министрҙың һүҙҙәрен еткерҙе ТАСС.
Льготалы кредитлау программаһында ҡатнашыусылар йылына 6% менән торлаҡ һатып алыу мөмкинлеге бар, тип иҫкә төшөрҙө Мишустин. Кредитты фатир һатып алыу, шәхси йорт һалыу өсөн тотонорға була.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
https://www.bashinform.ru/bash/1630723/