Мауыҡтырғыс та, ҡатмарлы ла, мөһим дә булған археолог һөнәрен һайлаған яҡташыбыҙ, Степрной ауылы егете, “Башҡортостан Республикаһының күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-производство үҙәге” дәүләт учреждениеһы филиалы - «Ирәндек» тарихи-археологик һәм ландшафт музейы-ҡурсаулығы мөдире Рәмил Насретдинов менән әңгәмәбеҙ ҡыҙыҡлы булыр тип ышанабыҙ.
- Рәмил Ринат улы, нисек археолог булып киттегеҙ?
- Археолог – ул, тәү сиратта, тарихсы. Степной һәм Аҡъяр мәктәптәрендә уҡыным. Уҡытыусым Фәттәх Илембәтов тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уятты, шуға күрә лә тарих факультетын һайланым. Беренсе курста һәр студенттың археологик практикаһы булырға тейеш һәм ул беҙҙең районда Вәлит ауылы янында үтте. Унда сармат осорондағы ҡанбаба ҡәберлеге, таш алтарь, уҡ башы, көҙгө һ.б. табылды. Һуңынан йыл һайын практика үттем, ә 4-5-се курста иһә бер үк ваҡытта Өфөлә үҙ һөнәрем буйынса эшләнем. Әле 12 йылдан ашыу археология менән профессиональ рәүештә шөғөлләнәм.
-Районда ниндәйерәк археологик ҡомартҡылар бар?
Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 66-сы һанында уҡығыҙ.