Бөгөн “Өфө-Арена”ла барған юниорҙар араһындағы спорт көрәше буйынса донъя чемпионатында ирекле стилдә көрәшеүселәр араһында миҙалдар уйнатыласаҡ. Шулай итеп, баш ҡалабыҙ яңы спорт “йондоҙ”ҙарын асыу урынына әйләнә, сөнки был донъя чемпионаты – 2024 йылда Парижда үткәреләсәк йәйге Олимпия уйындарына кандидаттарҙы һайлау урыны ла.
Йыл һайын ошондай турнирҙар яңы исемдәр аса. Бесик Кудухов, Билял Махов, Альберт Саритов, Георгий Кетоев, Джамал Отарсултанов, Генри Сехудо, Дато Модзманашвили, Денис Царгуш, Рейнерис Салас Перес... Улар юниорҙарҙың ошондай донъя беренселектәрендә, чемпионаттарында лидер булған һәм артабан юғары кимәлдә уңышҡа өлгәшкән. Шуға спортсылар, тренерҙар, спорт һөйөүселәр, көйәрмәндәр баш ҡалабыҙҙа яңы исемдәрҙең асылыуын көтә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: спорт көрәше буйынса юниорҙар араһында чемпионат “Өфө-Арена”ла бара. Грэпплинг буйынса ярыштар 13-14 августа үткәрелһә, 16 августан 20 авгусҡа тиклем – ирекле көрәш, 20 – 22 августа грек-рим көрәше буйынса ярыштар буласаҡ. Шулай итеп, ун көн буйы (13 – 23 августа) Өфөлә ойошторолған чемпионатта донъяның 55 иленән 1000-дән ашыу спортсы төрлө категорияла көс һынаша.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.