Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Август 2021, 11:55

Йәшелсә-емештәрҙе ҡышҡылыҡҡа нисек һаҡларға?

-

Йәшелсә-емештәрҙе ҡышҡылыҡҡа нисек һаҡларға?
Йәшелсә-емештәрҙе ҡышҡылыҡҡа нисек һаҡларға?

Баҡсала өлгөргән йәшелсә-емештәрҙе хужабикәләр нисек булһа ла ҡышҡылыҡҡа күберәк һаҡларға тырыша. Кемдер тоҙлай, ә кемдер киптереп, туңдырып ҡуйыуҙы уңай күрә.

Диетологтар әйтеүенсә, банкаға япҡан йәшелсәләр бик тәмле булһа ла, уларҙың әллә ни файҙаһы ҡалмай. Андағы тоҙ һәм уксус, беренсенән, йәшелсәләргә витаминдарҙы бөтөрә, икенсенән, ашҡаҙанына зыян килтерә. Ҡайнатма яһағанда ла яһағанда ла еләк-емештәге витаминдар юҡҡа сыға. Шуға ла уларҙы киптереп, һәм туңдырып ҡуйырға кәңәш ителә.

Йәшелсә һәм еләк-емештәрҙе витаминдар ҡыш дауамында һаҡланһын, тиһәгеҙ, уны туңдырып ҡуйыу бик отошло. Баклажан, кишер, татлы борос, йәшел борсаҡ, брокколи, брюссель кәбеҫтәһе, укроп һәм башҡа йәшел тәмләткестәр — һәрбереһен айырым туңдырырға мөмкин. Ҡыш көнө магазиндан өс тапҡырға ҡиммәтерәк хаҡҡа һатып алған йәшелсәләргә ҡарағанда, уларҙың витаминдары яҡшыраҡ һаҡлана.

Өҫтәүенә, банка ябыуға ҡарағанда, бындай эште башҡарыу хужабикәләр өсөн бик тә уңайлы. Йәшелсәләрҙе таҙартаһың һәм һәм таҫтымалға йәйеп киптергәс, яҡшы итеп киҫкеләп махсус целлофан пакетҡа йә иһә фольгаға төрәһең лә туңдырғысҡа ҡуяһың.

Еләктәрҙе ағып торған һыуҙа тиҙ генә йыуып киптерәһең һәм, подносҡа теҙеп, сәғәт ярымға туңдырғысҡа ҡуйып тораһың. Унан махсус пакеттарға һалып, тағын туңдырғысҡа урынаштыраһың. Ошолай эшләгәндә еләк һәм емештәр бер-береһенә йәбешмәй, ҡышын уларҙы алыуы ла бик уңайлы буласаҡ.

Автор:Айнур Акилов
Автор:
Читайте нас: