Өфө турисы Белорет районындағы ҡаянан ҡолап төшөп һәләк булған, тип хәбәр итте республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.
Ир 80 метр бейеклектәге «Шүрәле тештәре» ҡаяһынан осҡан.
Уҙған аҙнала — 9 августан 15-енә тиклем республикала бейеклектән ҡолауҙың дүрт осрағы теркәлгән, ике кешенең ғүмере өҙөлгән.
Фото: http://www.bashadventure.ru