11 августан 23 авгусҡа тиклем Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса чемпионат үткәрелә.
Бындай сара Рәсәйҙә беренсе тапҡыр ойошторола. Унда Олимпия уйындарына ҡараған һәм ҡарамаған дисциплиналар буйынса көс һынашасаҡтар.
13-14 августа Олимпия уйындарына ҡарамаған грэпплинг буйынса ярышһалар, 16 – 22 августа - Олимпия уйындары төрҙәре булған грек-рим һәм ирекле көрәш.
Һайлау турнирҙары буйынса түбәндәге илдәрҙең донъя чемпионатында ҡатнашасағы асыҡланды. Улар – Алжир, Әрмәнстан, Австралия, Австрия, Азербайжан, Беларусь Республикаһы, Бразилия, Бахрейн, Болгария, Канада, Чили, Конго Республикаһы, Хорватия, Чехия, Эквадор, Мысыр, Испания, Эстония, Финляндия, Франция, Грузия, Германия, Греция, Гватемала, Венгрия, Һиндостан, Иран, Израиль, Италия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Латвия, Литва, Молдавия, Монголия, Нидерландтар, Норвегия, Польша, Портуналия, Румыния, Көньяҡ Африка Республикаһы, Рәсәй, Сербия, Шри-Ланка, Швейцария, Словения, Швеция, Тажикстан, Филиппин, Тунис, Төркиә, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Украина, АҠШ, Үзбәкстан.
Шулай итеп, барлығы 55 илдән 1 мең 500 тирәһе спортсы ҡатнашасаҡ.
Фото: Спорт министрлығы.