Хәйбулла районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла.
Яңыраҡ Рөстәм Килдебаев балалар электромобилдәрен прокатҡа сығарыу буйынса бизнес асырға ҡарар итә. Балалар һәм уларҙың ата-әсәләре - эшҡыуар өсөн иң яҡшы аудитория: беренселәре уйнарға һәм күңел асырға теләй, ә икенселәре уларҙы ҡыуандырыр өсөн түләргә әҙер, ти ул.
Бизнес асыу маҡсатында үҙ аҡсаһына бер нисә балалар электромобиле, шулай уҡ уларҙы ташыу өсөн ҡорамалдар һатып ала.
Эшҡыуар үҙенең хеҙмәттәрен күрһәтә башланы ла инде: атап әйткәндә, уны район һабантуйында, «Геройҙар уҙышы»нда, Балаларҙы яҡлау көнөндә һәм башҡа район сараларында осратырға мөмкин. Йәй көнө кистәрен ул Аҡъяр ауылы парктарында ла хеҙмәт күрһәтә.
Кәңәшмәлә эшҡыуарға килгән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау формаһында финанс ярҙамы алыу өсөн бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү муниципаль программаһы сиктәрендә конкурсҡа документтар тапшырырға тәҡдим ителгән.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте.
Автор:Карима Усманова.