Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
3 Апрель 2023, 09:43

“Именлек”тең яңы корпусы төҙөлә

Өфөлә оло йәштәгеләр өсөн пансионаттың яңы корпусын төҙөү башланды

“Именлек”тең яңы корпусы төҙөлә
“Именлек”тең яңы корпусы төҙөлә

Өфөлә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты (национальынй проект “Демография”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, “Именлек” геронтологик үҙәгенең яңы корпусын төҙөү башланды.

Февралдә төҙөүселәр объектта эште башлаған.

- Республикала яңы социаль ойошмаларҙы күтәреү буйынса эштәр дауам итә. Әлегә 61 объектта эштәр бара. Өфөлә 50 кешегә иҫәпләнгән биш ҡатлы, уңайлы яңы үҙәк төҙөйбөҙ. Майҙаны биш мең квадрат тирәһе тәшкил итә, - тип билдәләне республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов. – Бөгөн ҡоймалар һәм ваҡытлыса ҡоролмалар ҡуйылды, объектты видеокүҙәтеү системаһы монтажланды.

Әлеге ваҡытта Капиталь төҙөлөш идаралығы тарафынан технологик ҡушыу, электр һәм йылылыҡ селтәрҙәренә яңы техник шарттарҙы юллау буйынса саралар планлаштырыла.

Яңы бинала даими йәшәү, медицина блогы, дауалау-хеҙмәт реабилитациялауы бүлексәләре, административ бина, тамашасылар залы, йәйге веранда урынлашасаҡ. Проект тарафынан лифт менән бассейн да ҡаралған.

“Именлек” республика геронтологик үҙәге 1991 йылдан эшләй. Ул Өфө дәүләт циркынан йыраҡ булмаған урман-парк зонаһында урынлашҡан.

 

Фото: https://building.bashkortostan.ru/presscenter/news/530171/

Автор:
Читайте нас: