Республиканың Экология министрлығы “Экология” милли проектының “Ҡалдыҡтарға ҡарата комплекслы система” федераль проекты сиктәрендә яңы контейнерҙар һатып алды. Уларҙың 50-һе Благовещен районына йүнәлтелде.
Сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙар барлыҡ талаптарға яуап биргән майҙансыҡтарҙа урынлаштырыласаҡ. Һөҙөмтәлә халыҡ ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуға күсә ала. Был осраҡта ҡоро компоненттар аҡһыл көрән төҫтәге контейнерға урынлаштырыла. Ҡоро сүпте аҙыҡ ҡалдыҡтары менән ҡатнаштырырға ярамауы ла халыҡҡа аңлатыла. Был контейнерҙарҙағы ҡалдыҡты махсус “таҙа” сүп ташыусы машиналар йөрөтәсәк. Ҡалдыҡтар сорттарға бүленгәндән һуң, ҡабаттан эшкәртеүгә оҙатыла.
Благовещен районы сүпте айырым йыйыу өсөн 200 контейнер аласаҡ – аҡһыл көрән төҫлөләрҙән тыш, зәңгәр, һары һәм ҡыҙыл төҫтәгеләр ҡайтарыла, улар ҡатырға, пластик һәм быяла өсөн тәғәйенләнгән.
Сүп-сарҙы айырым йыйыуға күсеү “Экология” милли проектына (национальный проект “Экология”) ярашлы алып барыла. Ул ҡалдыҡтарҙы мөмкин тиклем күберәк эшкәртеүҙе һәм икенсел сеймалды ҡулланыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.
Фото: Башинформ.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан