Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
2 Ноябрь 2022, 09:38

12 ноябргә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ!

Конкурс еңеүселәре 17 номинацияла билдәләнә.

12 ноябргә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ!
12 ноябргә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ!

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл һайын уҙғарылған “Йыл эшҡыуары” конкурсының республика этабында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә. Кампания 12 ноябрҙә тамамлана. Быйыл конкурс еңеүселәре 17 номинацияла билдәләнә.Конкурс тураһындағы положениеға ярашлы, муниципаль кимәлдәге бәйгелә еңгән йүнселдәр финал турында ҡатнаша ала.

Бәйге иң яҡшы эшҡыуарлыҡ тәжрибәләрен һәм ҡаҙаныштарын танытыуға, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә өлөш индергән иң уңышлы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын асыҡлауға һәм дәртләндереүгә йүнәлтелә. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”), шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү” дәүләт программаһына ярашлы уҙғарыла.

– Был сара йүнселдәргә үҙҙәрен танытыуҙан тыш, бизнесты артабан үҫтереү өсөн дә этәргес бирә. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла уңыштар теләйем. “Йыл эшҡыуары” уларҙың һәр ҡайһыһы өсөн үҙ эшен үҫтереү юлында яңы этап булһын, – тине Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Конкурста ҡатнашыу өсөн https://pg2022.ru һылтанмаһы буйынса теркәлергә кәрәк.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/493510/

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/341618

 

Автор:Лилия Давлетбакова.
 
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-11-01/12-noyabrg-tiklem-lg-r-p-aly-y-3011731
Автор:
Читайте нас: