Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
21 Октябрь 2022, 10:07

Яңы килешеү төҙөлдө

Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, берҙәм предприятие республика етештереүселәренә Иран баҙарында хәүефһеҙ эшмәкәрлек алып барыуға ла булышлыҡ итәсәк

Яңы килешеү төҙөлдө
Яңы килешеү төҙөлдө

Әле Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев етәкселегендәге эшҡыуарҙар делегацияһы Иранда эшләй.

Иран Ислам Республикаһы менән һөйләшеүҙәр барышында республикалар араһында үҙ-ара сауҙаны ойоштороу маҡсатында уртаҡ “Өфө-Тегеран” сауҙа йорто” предприятиеһын булдырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

– Башҡортостанда һәм Иранда етештерелгән тауарҙы ташыуҙы тәьмин итеү өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен ҡарайбыҙ. Һөҙөмтәһе – Өфөлә һәм Тегеранда сауҙа йорттарын булдырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Улар Башҡортостан һәм Иран баҙарҙарында беҙҙең компаниялар өсөн юл күрһәтеүсе булып торасаҡ, – тине Алексей Гусев.

 Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, берҙәм предприятие республика етештереүселәренә Иран баҙарында хәүефһеҙ эшмәкәрлек алып барыуға ла булышлыҡ итәсәк.

Иран яғы иһә Башҡортостан биләмәһендә ошондай уҡ вәкиллек асыуҙы хуплай. Шул иҫәптән, был Башҡортостандың географик яҡтан уңайлы урында урынлашыуына ла бәйле. Сауҙа йорто тауарҙы Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә таратыу үҙәге була ала.

 – Был республиканың эшҡыуарлыҡ йәмәғәтселеге өсөн үҙ-ара оҙайлы файҙалы хеҙмәттәшлекте өҫтәмә ҡеүәтләүсе буласағына ышанам, – тип өҫтәне Алексей Гусев.

Иран менән хеҙмәттәшлек Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итәсәк.     

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Автор:Рәмилә Мусина.
 
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-10-21/ya-y-kileshe-t-ld-2997465
Автор:
Читайте нас: