Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
20 Октябрь 2022, 14:45

Бөйөрҙәге ташты бер сеанста ваҡлай

Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһында яңы ҡорамал сафҡа индерелде. Ул хирургтарҙың “уң ҡулы”на әйләнәсәк.

Бөйөрҙәге ташты бер сеанста ваҡлай
Бөйөрҙәге ташты бер сеанста ваҡлай

Был лазер литотрипторы бөйөрҙәрҙәге таштарҙы ваҡлау өсөн файҙаланыла.

Хирургия хеҙмәте етәксеһе Евгений Фролов әйтеүенсә, яңы ҡорамал төрлө урындағы төрлө тығыҙлыҡтағы таштарҙы ваҡлауға һәләтле. Таштарҙың составы ла мөһим түгел.Өҫтәүенә ул башҡа лазерҙы ҡулланғанда организмда ҡала торған таш өлөшсәләрен дә таҙартыу үҙенсәлегенә эйә.

Заманса аппарат ҙур таштарҙы бер сеанс һуҙымында ваҡлай ала. Һөҙөмтәлә пациент өсөн стационарҙа дауаланыу ваҡыты ҡыҫҡара, хәүеф тә кәмей.

Медицина техникаһы алты миллион һумға яҡын тора. Ул Мотлаҡ медицина страховкаһы территориаль фондының страховка запасы иҫәбенә алынған.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты (национальный проект "Здравоохранение") буйынса һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гульгина Тагирова.
 
https://aulut.ru/articles/novosti/2022-10-20/b-y-r-ge-tashty-ber-seansta-va-lay-2996684
Автор:
Читайте нас: