Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
19 Апрель 2021, 21:30

Хәйбуллалар башлаған. Ә һеҙҙекеләр ярҙам итәме?

Хәйбулла районы биләмәһендә үҙ проектын тормошҡа ашырырға теләүсе ике кеше «Атайсал» порталында теркәлгән. Таштуғай ауылында ҡоҙоҡто ремонтлау һәм төҙөкләндереү буйынса проектты атаҡлы яҡташыбыҙ, М.Ғафури исмендәге башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев тәҡдим иткән. Сығымдар күләме 30 мең һум тәшкил итә. Ҡоҙоҡто төҙөкләндереү 9 майға тамамланырға тейеш.

Проекттың сәхифәһе: https://ataisal.ru/project/detail.php?ELEMENT_CODE=re...
Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәйкәл ҡуйыу тәҡдиме менән сыҡҡан. Район үҙәге Аҡъярҙа яугирҙәрҙе иҫкә алыу урынын яңыртыу һәм уға район кимәлендәге статус биреү күптән хәл итеүҙе талап иткән киҫкен мәсьәлә. Был хаҡта йыйылыштарҙа халыҡ гел һүҙ ҡуҙғыта.
Проект муниципаль хакимиәт биләмәһендә ғәмәлгә ашырыла башлаған. Уның менән түбәндәге һылтанма https://vk.com/club199440789 аша үтеп инеп танышырға мөмкин.
Проекттың сәхифәһе: https://ataisal.ru/project/obekty-kulturnogo-naslediy...
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: һәр теләгән кеше рәсми сайтҡа инеп үҙе ярҙам күрһәтергә теләгән ауылды табып тыуған ерен күркәмләндереүгә, төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөн индерә ала.

Гульдар Кадаева

Читайте нас: