Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
13 Апрель 2021, 15:57

Подольск ауылын күсереүгә ҡағылышлы мәсьәлә ҡаралды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә онлайн форматта үткән “Төҙөлөш сәғәте” кәңәшмәһендә башҡа көнүҙәк мәсьәләләр менән бер рәттән Хәйбулла районында Подольск ауылын күсереү проекты ла ҡаралды.//

Башҡортостан Башлығы мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итеүенсә, муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Подольск ауылы яңы микрорайоны комплекслы төҙөлөшө проектын тәҡдим иткән. Был проектты “Башҡорт баҡыры” компанияһы (“УГМК-холдинг” йәмғиәтенә инә) ҡатнашлығында тормошҡа ашырыу планлаштырыла.
Микрорайонды төҙөүгә алдан уҡ ер участкаһы һайланған, ведомство-ара эш төркөмө ойошторолған, эштәрҙе башҡарыу буйынса план-график төҙөлгән. 127 гектар майҙанда торлаҡ йорттар, социаль объекттар, инженер һәм транспорт селтәрҙәрен төҙөү ҡаралған.
2021 йылда территорияны планировкалау һәм межалауҙы башлау эштәре күҙаллана. Дөйөм алғанда, торлаҡ төҙөлөшөнә заманса ҡараш булған һәм бөтә тейешле инфраструктура үткәрелгән өр-яңы ауыл төҙөү тураһында һүҙ бара.
“Башҡорт баҡыры” сәнәғәт предприятиеһының генераль директоры Александр Туленков белдереүенсә, төҙөлөш буйынса план-график УГМК етәкселегенә килешеүгә ебәрелгән.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры Андрей Назаровҡа ауылдарҙы үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу буйынса барлыҡ бурыстарҙың үтәлешен контролгә алырға ҡушты.
Әйткәндәй:
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Подольск ауылын күсереү буйынса проект перспективаһы буйынса Радий Хәбиров 2019 йыл аҙағында Хәйбулла районында эш сәфәре менән булғанда ауыл халҡы менән фекер алышҡайны.
Читайте нас: