Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
8 Апрель 2021, 20:31

ТӘБИҒӘТТЕ БЕРГӘЛӘП ҺАҠЛАЙЫҠ!

/

12 – 17 апрелдә Башҡортостанда экологик ғилем аҙналығы үтә. Акцияны республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә үткәрә.
“Йәшел Башҡортостан” республика экологик белем биреү проектына ярашлы, төбәктәге бөтә мәктәптәрҙә һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге реформаға арналған тематик дәрестәр һәм кластан тыш саралар уҙғарыла.
– Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтенең уңышы күп йәһәттән халыҡтың экологик белем кимәленә бәйле, шуға күрә йәш быуынды тәбиғәтте һаҡлауға йәлеп итеү экологик мәҙәниәтте үҫтереүҙә төп йүнәлештәрҙең береһен тәшкил итә. Тәбиғәтте һаҡлау акциялары, фәнни-ғәмәли конференциялар, форумдар, экодәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре был йәһәттән мөһим йәһәмиәткә эйә. Республикала экологик белемгә ҙур иғтибар бирелә. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы” федераль проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тулыһынса тап килә, – тине тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдар Ғарифуллин.
Әйткәндәй, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы аҙналыҡ барышында мәктәптәр һәм мәктәпкәсә учреждениелар өсөн әҙер экодәрестәрҙе һәм методикаларҙы ҡулланырға тәҡдим итә.
н#национальныепроекты#нацпроекты
Фото: ecology.bashkortostan.ru/presscenter/news/356693/
https://svetlyi-put-b.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/T-bi-tte-berg-l-p-a-layi-752807/
Читайте нас: