Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
3 Апрель 2021, 20:35

Радий Хәбиров: "Камераларҙы кешенең кеҫәһенә инеү өсөн урынлаштырмайбыҙ..."

нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республикала юл-транспорт аварияларын кәметеү өҫтөнлөклө дәүләт сәйәсәтенең береһе булып тора.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдың 7 майындағы “2024 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһының милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында”ғы 204-се Указына ярашлы, 2024 йылға тиклем автомобиль юлдарын төҙөкләндереүҙә яңы техник талаптар һәм стандарттарҙы индереү, шул иҫәптән һанлы технологияларҙы файҙаланып, юл-транспорт хәл-ваҡиғалары күп теркәлгән урындарҙа аварияларҙы кәметеү, юл хәрәкәтен ойошторғанда һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтеүҙе контролдә тотоуҙы күҙәтеүҙә автоматлаштырылған һәм роботлаштырылған технологияларҙы ойоштороу бурысы ҡуйылды.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙы автоматлаштырылған фотовидеотеркәү комплекстарын ҡулланыуҙы даими нигеҙҙә анализлау юл-транспорт ваҡиғаларының һәм эҙемтәләренең кәмеүенә килтереүен күрһәтә. Мәҫәлән, былтыр, 2019 йыл менән сағыштырғанда, юл-транспорт хәл-ваҡиғалары – 12,9 процентҡа (3736), шул иҫәптән тән йәрәхәттәре алғандар ҙа – 14,9 процентҡа (4638), үлем осрағы 3,2 процентҡа (454) кәмегән. Теркәлгән аварияларҙың һәр дүртенсе осрағы тиҙлекте арттырыуға йәки тиҙлектең аныҡ хәрәкәт талаптарына тап килмәүенә бәйле.
Кеше вафат булған йәки йәрәхәт алған һәр авария Башҡортостан буйынса ЮХХДИ инспекторҙары географик картаһына бәйләп (http://stat.gibdd.ru/) теркәй, автомобиль юлының хужаһы асыҡлана һәм аварияны анализлау өсөн аҙна тикшереүенә сығара.
Әле төбәктә ошондай 1015 комплекс юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теркәп тора, уларҙың 946-һы стационар комплекс, күсмәләр – 63, мобилдәре – алты. Шул иҫәптән Башҡортостандағы федераль трассаларҙа автоматлаштырылған 59 фотовидеотеркәү комплексы эшләй. Шул иҫәптән Башҡортостандағы федераль трассаларҙа автоматлаштырылған 64 фотовидеотеркәү комплексы сафта.
Федераль трассаларҙа Рәсәй юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү комплекстары былтыр ҡуйылды. Улар авариялар күпләп булған һәм хәүефле урындарҙа урынлаштырылды. Былтыр 2019 йылда хәүефле тип табылған 12 урындың дүрт нөктәһе юҡҡа сығарылған, йәғни был урындарҙа фотовидеотеркәү комплекстары ҡуйылған.
Өфө ҡалаһы биләмәһендә 227 стационар автоматлаштырылған фотовидеотеркәү комплексы йәлеп ителгән, шул иҫәптән 214 стационар. Күҙәтеүҙәр күрһәтеүенсә, камералар ҡуйылған 20 урында авариялар һаны кәмегән.
Әммә фотовидеотеркәү комплекстары үҙҙәренең төп бурыстарын шул саҡта үтәйәсәк, әгәр водителдәр улар тураһында белһә. Был мәсьәләгә республика Башлығы Радий Хәбиров та иғтибар итте.
– Камераларҙы кешенең кеҫәһенә инеү өсөн урынлаштырмайбыҙ. Ә улар өйҙәренә – балалары, туғандары, яҡындары янына ҡайтып етһен өсөн ҡуябыҙ. Шуның өсөн дә фотовидеотеркәү камералары торған урындар тураһында мәғлүмәт асыҡ булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы автомат фотовидеотеркәү комплекстары урынлашҡан урындар тураһындағы мәғлүмәт менән Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының, Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәгенең сайттарында танышырға мөмкин. Уларҙа камералар торған урындар тураһындағы мәғлүмәт булған интерактив таҡтаға күсеү баннерҙары ҡуйылған. Интерактив картала мәғлүмәт ғәмәлдәге ваҡытта яңыра. Уның менән http://svkrb.ru/kam/index.html буйынса танышырға мөмкин.
Шуны ла билдәләргә кәрәк, барлыҡ был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектын бойомға ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: bashinform.ru
Автор: Рәмилә Мусина.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Radiy-H-birov--Kameralar-i-keshene-ke--en-ine--s-n-urinlashtirmaybi-746198/
Читайте нас: