Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
3 Апрель 2021, 20:56

Бөгөн Башҡортостанда Өфө-Күмертау маршруты буйынса дизель поезы йөрөй башланы

«Орлан»ға йәшел ут. Бөгөн Башҡортостанда Өфө-Күмертау маршруты буйынса дизель поезы йөрөй башланы. Ул юлға киткән ваҡытты ике тапҡырға ҡыҫҡартыу мөмкинлеге бирә, сөнки әлегә тиклем был йүнәлештә тура рейс юҡ ине. Хәҙер баш ҡаланан республиканың көньяғына 3 сәғәт 50 минут эсендә барып етергә була. //

Сергей Киселев машинист булып 20 йылға яҡын эшләй, әммә бөгөн тулҡынланыу тойғоһон йәшермәй. Тимер юлының һәр боролошо таныш булһа ла, яңы поезда тәүге рейс тарихи ваҡиға. Был әлеге заман транспорты, барыһы ла пассажирҙар өсөн, ти ул.
Иң мөһиме хәҙер юл йөрөү ваҡыты ҡыҫҡара, бер тимер юлы транспортынан икенсеһенә күсеп ултырырға ла кәрәкмәй. Ваҡыты ла бик уңайлы. Иртән Күмертауҙан, кис Өфөнән ҡуҙғала. Билет хаҡы 576 һум, хаҡлы ялдағылар өсөн 50 процент ташлама ҡаралған. Сағыштырыу өсөн, такси хаҡы яҡынса 700 һум.
Бөгөн тәүге рейс пассажирҙары араһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Куйбышев тимер юлдары етәксеһе Вячеслав Дмитриев та бар. Республика етәксеһе әйтеүенсә, әлеге шарттарҙы, улар студент саҡта йөрөгөн плацкарт вагондар менән сағыштырырлыҡ та түгел. пассажирҙар өсөн бар шарттар ҡаралған.
«Орлан» дизель поезы йөҙҙән ашыу урынға иҫәпләнгән. Тәүге рейстың уҡ тулы булыуын иҫәпкә алғанда, был маршрутҡа ихтыяж ҙур.
Тимер юл транспорты тиҙлеге, уңайлылығы һәм хәүефһеҙ булыуы менән айырылып тора. Башҡортостан башлығы белдереүенсә, киләсәктә яңы йүнәлештәрҙе лә үҙләштереү ҡарала.
Алдан иҫәпләүҙәр буйынса йылына был маршруттағы пассажирҙар ағымы 40 меңгә етәсәк. Радий Хәбиров ҡала яны поездарында иҫәпләшеү өсөн «Алға» картаһын индереү ммөмкинлеге ҡаралауын белдерҙе. Бынан тыш, әле «Эппл» компанияһы менән транспорт картаһын контактһыҙ түләүгә тоташтырыу буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла.
Автор: Рәмзиә Кәримова
Читайте нас: