Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
1 Апрель 2021, 19:58

Мәҙәниәт ойошмалары тәжрибә уртаҡлашты

Сарала 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Республика халыҡ ижады үҙәге Новосибирск дәүләт өлкә халыҡ ижады йорто менән берлектә “Халыҡҡа стационарҙан тыш мәҙәни-ял хеҙмәте күрһәтеү: эште ойоштороу, эш алымдары һәм тәжрибәһе” төбәк-ара онлайн-семинарын үткәрҙе. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендә үҙғарылды.
“Бөгөнгө семинарҙың темаһы көнүҙәк. Былтыр Башҡортостан “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса биш автоклуб алғайны. Улар уңышлы ғына эшләй башланы”, – тине Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева семинарҙағы сығышында.
Новосибирск дәүләт өлкә халыҡ ижады йорто директоры Людмила Жиганова әйтеүенсә, мәҙәниәт учреждениеларының халыҡ өсөн асыҡлығын тәьмин итеү ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки төпкөл ауылдарҙа клубтар йыш ҡына берҙән-бер мәҙәниәт усағын, аралашыу үҙәген тәшкил итә.
Семинарҙа Новосибирск, Түбәнге Новгород өлкәләренең, Удмурт Республикаһының, Баймаҡ, Белорет, Йылайыр, Ейәнсура, Ҡариҙел, Күгәрсен, Нуриман, Тәтешле, Туймазы райондарының мәҙәниәт учреждениелары белгестәре эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Сарала 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/82003
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: