Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
25 Март 2021, 21:34

Уҡыу стажға инә

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин хеҙмәткәрҙәрҙең ҡайһы бер категориялары өсөн пенсияға ваҡытынан алда сығыу мөмкинлектәрен киңәйткән ҡарарға ҡул ҡуйған. //

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин хеҙмәткәрҙәрҙең ҡайһы бер категориялары өсөн пенсияға ваҡытынан алда сығыу мөмкинлектәрен киңәйткән ҡарарға ҡул ҡуйған.
“Уҡытыусыларға, табиптарға, осоусыларға, янғын һүндереүселәргә, ҡотҡарыусыларға һәм башҡа ҡайһы бер категория хеҙмәткәрҙәренә пенсияға иртәрәк сығыу еңелерәк буласаҡ. Хәҙер пенсияға ваҡытынан алда сығыуға хоҡуҡ биргән стажда уҡыу һәм өҫтәмә профессиональ белем алыу осорҙары, шул иҫәптән квалификация камиллаштырыу курстары иҫәпкә алынасаҡ,” - тиелә хәбәрҙә.
Төп шарт - был осорҙа хеҙмәткәрҙәрҙең эш урындары һәм хеҙмәт хаҡы һаҡланырға һәм эш биреүселәр тарафынан мотлаҡ медицина ярҙамын алыуға иғәнәләр күсерелергә тейеш. Яңы тәртип ҡартлыҡ буйынса ваҡытынан алда пенсияға сығыуға хоҡуғы булған хеҙмәткәрҙәрҙең бөтә категорияһына ла ҡағыла.

Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты проректоры Александр Сафонов был ваҡиғаға үҙенең фекерен белдергән. “Хәтерегеҙгә төшөрәм, бөгөн беҙҙә профессияға эйә булыу өсөн яңынан уҡыу йәки квалификация күтәреү осорҙары мотлаҡ булған һөнәрҙәр бар. Мәҫәлән, табиптарҙы алайыҡ, биш йыл һайын улар белемен камиллаштырырға тейеш. Бының өсөн кәм тигәндә ике ай ваҡыт кәрәк. Улар был ваҡытта үҙҙәренең хеҙмәт бурыстарын үтәмәй. Иҫәпләп ҡараһаң, 30-35 йыл эшләү дәүерендә уртаса алты-ете ай ваҡыт стажға индерелмәй ҡалдырыла”.

Белгес әйтеүенсә, ошо уҡ хәл уҡытыусыларға һәм хеҙмәтте һаҡлау талаптарына ярашлы белемдәрен күтәрергә тейешле башҡа һөнәр эйәләренә лә ҡағыла. Эксперт билдәләүенсә, яҡынса алты-ете ай пенсия стажына индерелергә тейеш.

Гульнара Аскарова

Фото: medvestnik.ru
Читайте нас: