Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү, уларға уңайлы инвестиция мөхите булдырыу һәм эшҡыуарлыҡ өсөн отошло шарттар булдырыу маҡсатында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү бурысы район-ҡалаларҙа уңышлы тормошҡа ашырыла. Был эш “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә атҡарыла.
Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов менән үткән сираттағы кәңәшмәлә ауыл хужалығы йүнәлешендәге проект ҡаралды. Авторы – Әбүбәкер ауылынан Яҙгөл Байрамғолова. Ул һөтсөлөк йүнәлешен үҫтереү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте.
Проект һыйыр малдары, трактор, һөт һыуытҡыс, һауыу ҡоролмаһы һатып алыуҙы күҙаллай. Планлаштырылған инвестициялар проекты күләме биш миллион һум тәшкил итә. Рөстәм Шәрипов проектты тормошҡа ашырыуға булышлыҡ ҡылыу йәһәтенән күрһәтмәләр бирҙе.
Бындай сараларҙың барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Ул биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Фото: Хәйбулла район хакимиәте сайты.