Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
21 Март 2021, 09:48

Технологиялар тормошобоҙҙо яҡшырта

Бөгөн тормошобоҙҙо интернетһыҙ күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын.

Бөгөн тормошобоҙҙо интернетһыҙ күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Ләкин бөтә биләмәләрҙә лә интернет селтәре аша бөтә донъя мәғлүмәттәр һаҡлағысынан файҙаланалар тип әйтеп булмай.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы, ошо өлкәлә барыһына ла тиң мөмкинлектәр тәьмин итеү маҡсатында Башҡортостанда “Асыҡ интернет” төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Программа нигеҙендә республикалағы 262 биләмәлә юғары тиҙлекле интернет, һанлы телевидение һәм оптик элемтә каналы буйынса телефония барлыҡҡа киләсәк.
Фото: srk.nationalpriority.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: