Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
9 Март 2021, 14:59

Аттар һауығырға ярҙам итә

Тап фонд ярҙамы менән күнекмәләр бушлай үткәрелә.

Йыл башынан алып Өфө районының Миловка ауылындағы “Грация” ат клубында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр иппотерапия һәм һыбай йөрөү менән шөғөлләнәләр.
Күнекмәләр Президент гранттары фонды тарафынан өсөнсө тапҡыр хупланған “Кентавр” проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Тап фонд ярҙамы менән күнекмәләр бушлай үткәрелә. Быйыл медицина күрһәтмәләренә ярашлы аттар ярҙамында реабилитацияға һәм абилитацияға мохтаж булғандар дүрт ай буйы клубҡа түләүһеҙ йөрөй ала. Бындай оҙайлы курс тәүге тапҡыр уҙғарыла, “Грация” хеҙмәткәрҙәре иппотерапиянан яҡшы һөҙөмтә булырына ышана. Тәүге тапҡыр күнекмәләргә Өфөләге балалар йорттарында йәшәгәндәр саҡырылды.
Бындай саралар Рәсәй Президенты Владимира Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тулыһынса тап килә һәм республикала уны тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: ufim.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: