Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
6 Март 2021, 15:00

Табиптар ауылға ҡайтһын өсөн...

Был өлкәлә бер нисә программа тормошҡа ашырыла.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлау системаһының медицина ойошмаларын квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү” төбәк проекты нигеҙендә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә медицина хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү һәм уларға дәүләт ярҙамы саралары күрһәтеү йәһәтенән даими эш алып бара.
Был өлкәлә бер нисә программа тормошҡа ашырыла.
2021 йылда “Ауыл табибы” программаһына ярашлы, алыҫ һәм төпкөл ауылдарға эшкә килгән 83 табипҡа – 1,5 миллион һум, 10 фельдшерға – 750 һум , 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән биләмәләргә эшкә юлланған 10 табипҡа – бер миллион һәм 2 фельдшерға 500 мең һум аҡса түләнә.
“Ауыл фельдшеры” программаһы нигеҙендә иһә 38 фельдшерға аҡса түләү күҙаллана. Бының өсөн республика ҡаҙнаһынан 19 миллион һум аҡса бүлеү ҡарала. Йәнә 143 табипҡа берәр миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләнәсәк.
Фото: health.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Tabiptar-auil-a-ayt-in-s-n-705475/
Читайте нас: