Сибай ҡала үҙәк дауаханаһы базаһында Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге асылды. Хәҙер республиканың иң алыҫ райондары пациенттарына – Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла районы һәм Баймаҡ, Сибай ҡалаһында йәшәүселәргә Өфөгә юлланаһы түгел, юғары квалификациялы медицина ярҙамын үҙҙәрендә аласаҡтар.
Үҙәк тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк, бында дауалау һәм диагностика процедураларын үткәреү планлаштырыла. Шулай уҡ дауаханала рентгенэндоваскуляр методлы диагностика уҙғарырға һәм дауаларға мөмкин. Үҙәкте асҡандан һуң яңы ангиограф комплексында өс операция үткәрелде.
Йөрәк сирлеләр өсөн тәғәйенләнгән Төбәк ҡан тамырҙары үҙәген асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш төп белгесе, кардиолог Ирина Николаева, Сибай ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.
Төбәк ҡан тамырҙары үҙәгенә алынған заманса медицина ҡорамалдары, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙдә барлыҡҡа килгән "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы, "Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы" проекты сиктәрендә урынлаштырылған.
Фото: Сибай ҡала үҙәк дауаханаһы сайтынан.