Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
22 Февраль 2021, 10:38

Эльвира Ямалетдинова республикала танылыу яулаған

Ул фермерлыҡ эшен 2009 йылда башлаған.

Бишбүләк районындағы Эльвира Ямалетдинованың крәҫтиән (фермер) хужалығы – районда иң уңышлы эшләгән хужалыҡтарҙың береһе, шуға күрә ул Башҡортостанда ла танылыу яулап өлгөргән. Фермерлыҡ эшен бында 2009 йылда башлағандар. Малсылыҡ менән шөғөлләнәләр, бойҙай, арпа, мал аҙығы культуралары, йәшелсә үҫтерәләр һәм өлгәшелгәндәр менән генә сикләнеп ҡалырға йыйынмайҙар.
Фермер хужалығы башлығы Эльвира Ямалетдинова әйтеүенсә, ауылда бизнесты яҡшы ойоштороу өсөн дәүләт ярҙамы ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки ваҡытында күрһәтелгән ярҙам тотороҡло үҫешергә булышлыҡ итә.
Фермер 2019 йылда “Ғаилә малсылыҡ фермаһы” федераль программаһы буйынса Ауыл хужалығы министрлығы ойошторған конкурста ҡатнашып, малсылыҡты үҫтереүгә 13,5 миллион һумлыҡ грант ота. Бөгөн фермер хужалығында эш гөрләй.
Мәғлүм булыуынса, дәүләт программаһы республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырырға әүҙем ярҙам итә.
Фото: agriculture.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: