Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
11 Февраль 2021, 20:47

Башҡортостанда бер йылда ауылды үҫтереү программаһы буйынса 32,7 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән

*

2020 йылда Башҡортостанда «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһы сиктәрендә 32,67 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, тип хәбәр иттеләр Ауыл хужалығы министрлығынан. Был – республикала төҙөлгән торлаҡ күләменең 2,2% (дөйөм майҙаны яҡынса 1,5 миллион квадрат метрлыҡ 13,7 мең шәхси йорт).
54 райондан 385 ғаилә социаль түләүҙәр ярҙамында торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға өлгәшкән.
Шулай уҡ социаль найм килешеүҙәре буйынса 22 райондан 61 ғаилә торлаҡлы булған.
Иң популяр механизм – льготалы ауыл ипотекаһы: банктар 4,5 миллиард һумға 2,2 мең кредит биргән.
Программа сиктәрендә уҙған йылда бөтәһе 145 инфраструктура проекты бойомға ашырылған, шуларҙың 54-е — ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү.
Дөйөм алғанда, 2020 йылда программаны тормошҡа ашырыу өсөн яҡынса 2,46 миллиард һум йүнәлтелгән.
Ошо көндәрҙә төбәк һәм федераль Ауыл хужалығы министрлығы 2021-2023 йылдарға «КРСТ» программаһын ғәмәлгә ашырыу буйынса килешеү төҙөнө. Ошо йылдарҙа финанслауҙың дөйөм күләме 5,8 миллиард һум була.
Читайте нас: