Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
8 Февраль 2021, 11:24

БАШҠОРТ БАЛЫ МАРОККОҒА ЛА ОҘАТЫЛҒАН

6,5 тонна башҡорт балын Мароккоға оҙатҡандар, тип хәбәр итә Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте. //#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Башҡортостан бүләктәре” сауҙа йорто” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең экспорт өсөн тәғәйенләнгән аҙыҡ-түлеге контроль һәм ветеринария тикшереүен үткән.
Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, компания экспорт сертификатлауы буйынса барлыҡ процедураларҙы үткән һәм “Цербер” федераль дәүләт мәғлүмәт системаһы экспортсылары реестрына ингән. Бал партияһы “Үҙәк фәнни-методик ветеринария лабораторияһы” федераль дәүләт бюджет ойошмаһының Алтай филиалында лаборатория тикшереүҙәрен үткән һәм импортҡа алған ил талаптарына тура килә. Әйткәндәй, республика малдарҙың инфекция һәм инвазия сирҙәре йәһәтенән имен тип билдәләнә. Тауарға 5G формаһындағы экспортҡа сығарыу өсөн ветеринария сертификаты бирелгән.
Башҡорт балының Мароккоға оҙатылыуы иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Халыҡ-ара экспорт һәм кооперация” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк.
Фото: addnrb.ru
Читайте нас: