Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
7 Февраль 2021, 13:08

11-се класс уҡыусылары иғтибарына

Сығарылыш имтихандарына ҡағылышлы мәғлүмәт менән танышығыҙ

11-се класты тамамлаусылар һәм юғары уҡыу йортона инеүҙе планлаштырмағандар 2021 йылда аттестат алыу өсөн дәүләт сығарылыш имтиханы формаһында ике мотлаҡ предметты – рус телен һәм математиканы – тапшырырға тейеш, тип хәбәр итә республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә, инвалид балаларға һәм инвалидтарға аттестат алыу өсөн үҙҙәренең һайлауы буйынса рус теле буйынса дәүләт сығарылыш имтиханын йәки берҙәм дәүләт имтиханын биреү ҙә етә.
2021 йылда 11 кластарҙа һайлаған предметтар буйынса дәүләт сығарылыш имтиханы формаһындағы дәүләт һөҙөмтә аттестацияһы үткәрелмәйәсәк.
Быйыл юғары уҡыу йортона инеүҙе планлаштырмаған сығарылыш кластар уҡыусылар өсөн дәүләт сығарылыш имтиханының демонстрация варианттары 2021 йылдың 10 февраленә тиклем Федераль педагогия үлсәмдәре институтының рәсмии сайтында баҫыласаҡ.
11 класты тамамлаусылар өсөн дәүләт сығарылыш имтиханын үткәреүҙең төп ваҡыты 24 – 28 майға планлаштырылған.
Сығарылыш имтихандары тураһындағы тулыраҡ мәғлүмәт менән республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында танышырға мөмкин. Ә имтихандарға килгәндә, улар – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проекты бурыстарының береһе.
Фото: республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: