Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
31 Ғинуар 2021, 12:26

Яңы торлаҡты улар күптән көткәйне

Уларҙың йорттары 2013 йылда уҡ авария хәлендә тип танылғайны.

Ошо көндәрҙә Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсерелгән граждандарға яңы фатир асҡыстары тапшырыу тантанаһы булды.
Был эш Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән ғәмәлгә индерелгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү” федераль проекты нигеҙендә башҡарылды. Авария хәлендәге йорттарҙағы 28 фатир хужалары өй туйланы. Уларҙың йорттары 2013 йылда уҡ авария хәлендә тип танылғайны.
Төҙөүсе эште сифатлы ғына түгел, зауыҡлы итеп башҡарған. Фатирҙарҙың биҙәлешендә төрлө төҫтәр ҡулланылған. Яңы торлаҡ шәхси йылытыу системаһы, сантехника, газ плитәләре, янғын сигнализацияһы ҡулайламалары, һыуҙы, электр энергияһын иҫәпләү приборҙары, йылылыҡты көйләгестәр һәм мәғлүмәттәрҙе ситтән тороп алыуҙың автоматлаштырылған системаһы менән тәьмин ителгән.
Мәғлүм булыуынса, милли проектҡа ярашлы, тиҙҙән Мәсетле районындағы 11 етем балаға ла фатир асҡыстары тапшырыласаҡ.
Фото: mechetly.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: