Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
29 Ғинуар 2021, 15:47

Яғыулыҡ етештерә башлайбыҙ

RDF яғыулығы етештереү ҡулайламаһы пластик пакеттарҙы утилләштереү кеүек етди мәсьәләне лә хәл итә.

Стәрлетамаҡтағы “Мохит-СТР” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү заводында республикала беренсе тапҡыр RDF яғыулығы етештерелә башланы. Был альтернатив яғыулыҡ төрө юғары температура режимы талап ителгән сәнәғәт тармаҡтарында файҙаланыла. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙан алынған RDF яғыулығын бөтә донъяла күптән ҡулланалар.
Йыйылған ҡалдыҡтар Стәрлетамаҡтағы заводта сорттарға айырыла, RDF етештереү өсөн икенсел сеймал һайлап алына. Әле “Мохит-СТР” йәмғиәте альтернатив яғыулыҡты ҡулланыусылар менән килешеү төҙөргә ниәтләй, ҡорамалдарҙы һынап ҡарай.
Республика предприятиеларында экологиялы технологияларҙы ғәмәлгә индереү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһын ойоштороу” федераль проекты менән билдәләнгән һөҙөмтәлелек күрһәткестәренә өлгәшеү мөмкинлеген бирә. Бынан тыш, RDF яғыулығы етештереү ҡулайламаһы пластик пакеттарҙы утилләштереү кеүек етди мәсьәләне лә хәл итә.
Фото: ecology.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: