Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
19 Ғинуар 2021, 12:23

Ғинуарҙа ҡыяр уңышын йыя

Фермер Денис Латипов элек ҡыярҙың тәүге партияһын ғинуарҙа сәскән, ә хәҙер үҫентеләрҙе октябрь аҙағында сәсеү алымын ҡулланыуға күскән.

Туймазы районындағы “Панакс-Агро” йәмғиәте – был төбәктәге эре фермер хужалыҡтарының береһе. Теплицаларҙың дөйөм майҙаны 10 гектарҙан ашыу тәшкил итә. 2020 йылда был хужалыҡ 4600 тонна йәшелсә үҫтереүгә өлгәшкән, тип хәбәр итә республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фермер Денис Латипов элек ҡыярҙың тәүге партияһын ғинуарҙа сәскән, ә хәҙер үҫентеләрҙе октябрь аҙағында сәсеү алымын ҡулланыуға күскән. Был тәүге уңышты яңы йыл осоронда йыйыу мөмкинлеге биргән.
Теплицаларҙы заманса итеп үҙгәртеп ҡороу йылылыҡ һәм яҡтыртыу буйынса сығымдарҙы ике тапҡырға кәметеү мөмкинлеге биргән. Былтырғы йылдың июнендә Денис Латипов йәшелсә үҫтереү буйынса теплица комбинаты төҙөү проекты менән республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте”ндә ҡатнаша. Яҡын киләсәктә тағы 7 гектар майҙандағы теплицаларҙы сәнәғәт төрөнә үҙгәртергә планлаштыра. Ул саҡта йыллыҡ продукция күләмен 6500 тоннаға еткереү мөмкин буласаҡ, ти фермер.
Билдәле булыуынса, 2019 йылда Башҡортостан ябыҡ ысул менән 68,5 тонна йәшелсә үҫтереп, Рәсәй буйынса алтынсы урында билдәләнгәйне. 2020 йыл аҙағынаса республика теплицаларында 69,4 тонна уңыш йыйып алынған.
Был башланғыстарҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты ҡуйған бурыстарға яуап бирә.
Фото: Туймазы районы хакимиәте.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: