Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
6 Ғинуар 2021, 12:38

Икенсе торлаҡҡа күсереүгә – 184,86 миллион һум

Аҡсаны йәшәү өсөн яраҡһыҙ 180 торлаҡтан 455 кешене күсереүгә йүнәлтмәкселәр.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды Башҡортостандың 2020 – 2021 йылдарҙа граждандарҙы авария хәлендәге иҫке торлаҡтан күсереүҙе финанслауға өҫтәмә ғаризаһын хупланы.
Уға ярашлы, республикабыҙ фондтан 184,86 миллион һум ала, ошо этапта күҙалланған сығымдың дөйөм күләме 240,96 миллион һумға етәсәк.
Фондтың матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, аҡсаны йәшәү өсөн яраҡһыҙ 180 торлаҡтан 455 кешене күсереүгә йүнәлтмәкселәр. Был биналар алты муниципаль берәмек биләмәһендә урынлашҡан, уларҙың дөйөм майҙаны 6,96 мең квадрат метр тәшкил итә.
Мәғлүм булыуынса, был программа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына инә һәм 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә тип танылған йорттарҙан халыҡты күсереүгә иҫәпләнә.
Фото: bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: