Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
6 Ғинуар 2021, 19:30

Балалар баҡсаһында – тоҙ шахтаһы

Шул уҡ ваҡытта улар араһында бик үҙенсәлекле һәм көтөлмәгән тәҡдимдәр бар.

"Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһы республикала бойомға ашырылған бик үҙенсәлекле проект булып тора. Былтыр унда ҡатнашырға теләк белдереп 1061 ғариза бирелһә, 563 проект еңеүгә өлгәшкән. Проекттарҙың дөйөм хаҡы 589,5 миллион һум тәшкил итә, шуның 400 миллион һумы – республика аҡсаһы.
Проектта ҡалалар ике тапҡырға аҙ ҡатнашҡан, йәғни 178 проект, дөйөм хаҡы – 206,8 миллион һум. Шул уҡ ваҡытта улар араһында бик үҙенсәлекле һәм көтөлмәгән тәҡдимдәр бар. Мәҫәлән, Ағиҙел ҡалаһында ошо программанан файҙаланып, “Йәйғор” балалар баҡсаһында тоҙ шахтаһы эшен ойошторғандар. Павловка ауылында урамдарға светодиодлы яҡтыртҡыстар ҡуйғандар.
Мәғлүм булыуынса, "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһы шарттары буйынса проект хаҡының өс проценты халыҡ йыйған аҡсанан тора, 5-15 проценты – муниципаль бюджеттан, өсөнсө сығанаҡ – бағыусылар ярҙамы, йәғни эшҡыуарҙар һәм башҡа ярҙам итергә теләгәндәр иғәнәһе.
Уңышлы проекттар республика бюджетынан да ярҙам ала. Быйыл да был программа дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән ошонда таныша алаһығыҙ – https://ppmi.bashkortostan.ru
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: