Модулле ФАП «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Медик-санитар ярҙамдың беренсел звеноһын үҫтереү» программаһына ярашлы төҙөлдө. Ауыл ерендә йәшәгәндәргә юғары сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү – «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының төп маҡсаттарының береһе. Комплекслы эш программаһына ярашлы, ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыу күркәм күренешкә әйләнде. Әйткәндәй, уҙған йылда районда ошондай биш заманса медицина учреждениеһы сафҡа инде. Мәғлүм булыуынса, быға тиклем Әбеш, Татыр-Үҙәк, Әбүбәкер һәм Степной ауылдарында яңы ФАП-тар ҡалҡты.