Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
27 Декабрь 2020, 13:18

Урам рәссамдары ҡаланы биҙәй

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Нефтекамала ArtNeftСITY һынлы сәнғәт фестивале уҙғарыла. Уның маҡсаты – ҡала халҡын, балаларҙы, йәштәрҙе ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итеү, әүҙем тормош позицияһы, тыуған ҡала, республика, ил өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тыуҙырыу, социаль әһәмиәтле мәғлүмәтте ҡыҙыҡһынған аудиторияға еткереү сараһы булараҡ сәнғәтте популярлаштырыу, ҡаланы матурлау.
Сарала теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Эштәр ай һайын ҡалалағы йәмәғәт биләмәләрендә төрлө тематика буйынса эленә.
Әле исемдәре киң билдәле урам рәссамдарының эштәре ҡалалағы 14 бина һәм ҡоролма фасадын биҙәй. Улар Нефтекаманың сағыу биҙәгенә һәм “йөҙөк ҡашы”на әүерелде. Рәссамдарҙың идеяларын һәм ниәттәрен тормошҡа ашырыуҙа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендә эш иткән мәҙәниәт ирекмәндәре ҙур ярҙам күрһәтә.
Фото: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: