Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
27 Декабрь 2020, 13:14

Әсәйҙәр ҙә, балалар ҙа ҡәнәғәт!

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Стәрлетамаҡтағы 2-се ҡала дауаханаһының балалар поликлиникаһы “Һаҡсыл поликлиника” проектын тормошҡа ашырҙы. Һаҡсыллыҡ һәр өлкәлә лә мөһим, ә һаулыҡ һаҡлау тармағында айырыуса. Балаларға медицина ярҙамын сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ итеү өсөн күп эштәр үҙгәртеп ҡоролдо.
Мәҫәлән, бәлиғ булмағандарға иҫкәртеү медицина тикшеренеүен үткәреү камиллаштырылған, электрон рәүештә теҙмә булдырылған, пациенттар ағымы бүленгән. Регистратура эшмәкәрлекте яйлаштырыу һөҙөмтәһендә сират кәмегән, ауырыуҙарҙың ихтыяжын яҡшыраҡ ҡәнәғәтләндереү өсөн мөмкинлектәр артҡан. Мәғлүмәттәрҙең берҙәм базаһы аша карталарҙы участкалар буйынса төҫтәр ярҙамында бүлеү ҡулланыла. Медицина учреждениеһының баш табибы Эльвира Ғилуанова әйтеүенсә, яңылыҡтар пациенттарға сифатлы хеҙмәттән файҙаланырға, ваҡыттарын экономияларға булыша.
“Һаҡсыл поликлиника” проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Ил етәксеһенең “май” указдарына ярашлы, 2024 йылға граждандарҙың тормош кимәлен күтәреү, йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереүҙе тиҙләтеү ҡаралған.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: