Хәйбулла хәбәрҙәре
-7 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
20 Декабрь 2020, 12:02
Әжекәйҙәргә – Яңы йыл бүләге
*
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк проектына ярашлы, Мәсетле районының Әжекәй ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
Яңы ФАП Әжекәй халҡы өсөн ысын бүләк булды, сөнки был ваҡиғаны улар күптән көтөп алды. 1964 йылда уҡ төҙөлгән әүәлге фельдшер-акушерлыҡ пункты иҫкергән, файҙаланыуға яраҡһыҙ ине.
Хәҙер ауыл халҡы санитария нормаларына яуап биргән, тейешле ҡулайламалар һәм ҡорамалдар менән тәьмин ителгн өр-яңы медицина пунктына эйә булды. Бында пациенттарҙы ҡабул итеү һәм персоналдың эше өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған: прививкалар һәм процедуралар, өлкәндәрҙе ҡабул итеү, ҡарау, дарыуҙар һәм дезинфекция сараларын һаҡлау, персонал бүлмәләре бар. Дауалау ойошмаһында тәүге медицина-санитария, шул иҫәптән ашығыс һәм акушерлыҡ-гинекология өлкәһендәге ярҙам күрһәтелә, анализ алына.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: mechetly.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/gek-y-rg--Ya-i-yil-b-l-ge-595240/
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде