Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
20 Декабрь 2020, 11:53

Яңы кино залы асылды

*

17 декабрҙә Саҡмағош районында заманса кино залы асылды.
Саҡмағош районы Кино фондының халҡы 500 меңгә тиклемге тораҡ пункттарындағы кино залдарына ярҙам итеү буйынса конкурсында еңеп сыҡҡан райондарҙың береһе булып танылды. Хәҙер ил Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында районда заманса кинотеатр барлыҡҡа килде. Ул беренсе тамашасыларын ҡабул итеп өлгөргән дә инде.
– Кино залы саҡмағоштарҙың ял итеү урыны булыр һәм уларҙы мауыҡтырғыс кино залына арбар. Республика етәкселегенә һәм “Мәҙәниәт” милли проектына ошондай проекттарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге һәм ярҙам өсөн рәхмәт, – тине район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Радик Әмирханов.
Был сараға кино тармағы ветерандары саҡырылғайны. Саҡмағоштарҙы ҡотларға республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев килгәйне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проекты бурыстарының береһе - мәҙәниәт тармаҡтарына ярҙам итеү.
Фото: республиканың Мәҙәниәт министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: