Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
20 Декабрь 2020, 11:41

Йәнә бер заманса китапхана асыла

*

18 декабрҙә Илеш районының Андреевка ауылында яңы быуын китапханаһы асыла.
Быйыл Илеш районындағы Андреевка ауыл китапханаһы моделле муниципаль китапханаларҙы ойоштороу буйынса федераль конкурс еңеүселәре исемлегенә ингәйне һәм модернизациялау өсөн федераль һәм республика бюджетынан 7,5 миллион һум аҡса алғайны. Был аҡса китапхананы яңы китаптар менән тултырыу һәм Андреевка ауылында йәшәгәндәр өсөн заманса китапхана аралығын булдырыу өсөн йүнәлтелгән. Шулай уҡ Башҡортостан бюджетынан ошо китапхана урынлашҡан ауыл йорто бинаһын кипталь ремонтлау өсөн 16 миллион һум аҡса бүленгән.
Илеш районының үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Айгөл Яҡупованың белдереүенсә, Андреевка китапханаһын заманлаштырыу һөҙөмтәһендә китап уҡыусылар өсөн майҙан ҙурайтылған, китапханасыларҙың, мәҙәни сараларҙы ойоштороусыларҙың, уҡытыусыларҙың, ауыл хакимиәте вәкилдәренең, йәмәғәт ойошмаларының идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн майҙансыҡтар барлыҡҡа килгән.
Балалар, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр, йәштәр һәм башҡалар – барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында мөмкин булған.
Фото: Министерство культуры республики Башкортостан
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: