Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТ
16 Ноябрь 2020, 11:11

Төпкөлдәргә лә барып етәсәк

Күсмә кабинет йыраҡтағы ауыл балаларына стоматологик ярҙамды ваҡытында күрһәтергә, теш табиптарына мохтажлыҡты кәметергә ярҙам итәсәк.

Баш ҡаланың 3-сө балалар стоматология поликлиникаһына күсмә дауалау-диагностика комплексы алынған. Бындай эштәр “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы даими башҡарылып килә.
Ә был сираттағыһы республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса, төбәктәге балаларға, шул иҫәптән интернат учреждениеларында тәрбиәләнеүселәргә стоматологик ярҙам күрһәтеүҙе киңәйтеү маҡсатында башҡарылған.
Әле транспорт сараһын иҫәпкә ҡуйыу, документтарын теүәлләү, стоматологик материалдар һәм медицина тәғәйенләнешле изделиелар менән тәьмин итеү кеүек эштәр атҡарыла.
Күсмә кабинет республиканың йыраҡ урынлашҡан райондарында йәшәгән балаларға ваҡытында стоматологик ярҙам күрһәтергә, теш табиптары һәм ортодонттар дефицитын кәметергә ярҙам итәсәк. Етемдәргә, ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға, сәләмәтлегендә үҙенсәлектәр булғандарға айырым ҙур иғтибар бүленәсәк.
Ғөмүмән, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына килгәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған ошо башланғысҡа ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының матди-техник хәле заманға ярашлы яңыртыла.
Фото: health.bashkortostan.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: