Башҡортостандан 14 ҡыҙ һәм егет Бөтә Рәсәй “Вожатыйҙар лигаһы” конкурсы финалына сыҡҡан.
Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостандан 14 ҡыҙ һәм егет Рәсәй уҡыусылары хәрәкәтенең “Вожатыйҙар лигаһы” Бөтә Рәсәй конкурсының финалына сыҡҡан. Әйткәндәй, был сара ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторолған “Вожатыйҙар лигаһы” финалы быйыл онлайн-форматта үткәреләсәк. Илдең 85 төбәгенән 4 меңдән ашыу вожатый ҡатнашырға теләк белдергән. Ә Башҡортостандан “Стажер вожатый”, “Өлкән вожатыйҙар”, “Балалар коллективтары менән ваҡытлыса эшләгән вожатыйҙар” һәм “Балалар коллективтары менән даими эшләгән вожатыйҙар” номинацияларында ҡатнашҡан ҡыҙҙар менән егеттәр финалға сыҡҡан. Уларға балалар менән тәрбиәүи эш ойоштороу кимәлен күрһәткән күнегеүҙәрҙе эшләргә тура киләсәк. Һөҙөмтәлә барлығы 100 кеше “Вожатыйҙар лигаһы” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе тип таныласаҡ.
Әйткәндәй, “Вожатыйҙар лигаһы” Бөтә Рәсәй проекты Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте тарафынан “Мәғариф” милли проектының “Киләсәк уҡытыусыһы” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Проекттың маҡсаты – яңы формациялағы вожатыйҙар әҙерләү буйынса асыҡ берекмә ойоштороу. Әле “Вожатыйҙар лигаһы” Бөтә Рәсәй проекты тотош Рәсәйҙең 29 меңдән ашыу вожатыйын берләштерә.
Фото: республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.